Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының “Инвалид” билдәһен шәхси ҡулланыу буйынса тәртипте раҫлаған бойороғо сығыуға ҡарамаҫтан, ул халыҡта һаман да һорауҙар тыуҙыра. Шуларҙың киң таралғандарына “Медик-социаль экспертизаның баш бюроһы”ның 4-се белгестәре Наталья ГАНУЗИНА һәм Наталья ХУСНУРИЗЯЛОВА ярҙамында яуаптар әҙерләнек.
– Шәхси “Инвалид” билдәһе ни өсөн кәрәк? Сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә ул ниндәй ташламалар бирә?
– Билдә кешегә транспорт сараларын түләүһеҙ урынлаштырыуға хоҡуҡ бирә. Был I, II һәм III төркөм инвалидтары идара иткән һәм ошо инвалидтарҙы йөрөткән транспорт сараларына ҡағыла.
Инвалидтар идара иткән һәм уларҙы, инвалид балаларҙы йөрөткән транспорт сараларына тыйыу билдәләре (3.28-3.30) ҡағылмай. “Инвалидтар” (8.17) табличкаһы 6.4 билдәһенең бары “Инвалид” билдәһе ҡуйылған мотоколяскаларға һәм автомобилдәргә генә ҡағылыуын күрһәтә.
Бындай табличкалар биналарға яҡын урындарҙағы туҡталҡаларға ҡуйыла. Уларҙың мотлаҡ булырға тейешлеге федераль закон менән нығытылған. Инвалидтар өсөн урын дөйөм һандың 10 процентынан да кәм тәшкил итмәҫкә тейеш.
– “Инвалид” билдәһен ҡайҙа һәм нисек алырға була?
– Билдә федераль дәүләт медик-социаль экспертиза учреждениелары тарафынан рәсмиләштерелә. Улар һәр ҡала һәм районда бар. Йәшәү урынындағы медик-социаль экспертиза бюроһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспорт һәм инвалидлыҡты раҫлаған белешмә алырға онотмағыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәне һеҙгә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы ла, күп функциялы үҙәк тә, башҡа төрлө учреждениелар ҙа бирергә хаҡлы түгел, бары медик-социаль экспертиза белгестәре генә ошо эште башҡарырға бурыслы.
– Медик-социаль экспертиза биргән билдә менән магазинда һатылған билдә араһында ниндәй айырма бар?
– “Инвалид” таныу билдәһе персоналаштырылған, үҙенсәлекле: уның алғы яғында идентификация реквизиты, билдәнең яраҡлылыҡ ваҡыты билдәләнһә, икенсе яғында шәхестең исем-шәрифе, тыуған йылы, инвалидлыҡ тураһындағы белешмәнең серияһы һәм һаны, тапшырыу датаһы күрһәтелгән. Бөтә мәғлүмәт бюро етәксеһенең ҡултамғаһы һәм мисәт менән раҫланған.
– Таныу билдәһе күпме ваҡытҡа бирелә?
– Инвалидлыҡ белешмәһе күпме ваҡытҡа бирелә, таныу билдәһе лә шул уҡ ваҡытҡа тиклем ҡулланыла ала. Бюроға ғариза биргәндә үк маҡсатығыҙҙы аныҡ күрһәтеп, билдәнең кәрәклеген дә яҙығыҙ.
– Юғалтҡан осраҡта ни эшләргә?
– Ул саҡта документтың күсермәһен бирергә тейештәр. Ғаризағыҙҙа билдәне нисек, ҡайҙа юғалтыуығыҙ хаҡында яҙырға тейешһегеҙ. Дубликатты биреү тураһында мәғлүмәт “Инвалидтарҙың федераль реестры”на индерелә, юғалған билдә яраҡһыҙ тип таныла.
Таныу билдәһен һаҡлауҙың ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ. Документты ламинатлау рөхсәт ителмәй, бары файлға һалырға кәрәк. Автомобилгә йәбештереү мотлаҡ түгел, әммә ул һәр саҡ үҙегеҙ менән булырға тейеш. Билдәне башҡа кешеләргә файҙаланырға биреү тыйыла. Уға эйә булыу ҡала буйлап хәрәкәт итеүҙе, машина өсөн туҡталыу урынын табыуҙы күпкә еңелләштерәсәк, бары ваҡытында медик-социаль экспертиза бюроһына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.