125 грамм икмәк өсөн көрәш01.02.2019
Ленинград блокадаһы михнәттәрен үҙе татыған.

Белорет ҡалаһында йәшәгәндә Ленинград блокадаһын кисергән Галина Федорова менән осрашырға насип итте. Ул илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында тыуған, унда ун йәшкә тиклем йәшәгән. 1949 йылда яҙмыш еле уларҙың ғаиләһен Иҙел башына алып килә.

Галина Андреевна, һуғыш ваҡы­тында бала ғына булһа ла, был ҡот осҡос йылдарҙы яҡшы иҫләй һәм хәтерендә уйылып ҡалған ошо мәлдәрҙе тулҡынланып һөйләй.

– Атайым Андрей Яковлевич Димитрук Балтик буйы фронты капитаны ине. Һуғыш башланғанда әсәйем Екатерина Сергеевнаға 21 йәш була. Ул тәүҙә мебель фабрикаһында эшләй. Һуғыш башланғас, әсәйем дә, башҡалар кеүек үк, окоп ҡаҙа, фугастарҙы һүндерә, аслыҡтан урамда ҡолап үлгән кешеләрҙе йыя, йәғни бөтә ленинградтар кеүек үк ҡаланы һаҡлау хаҡына ҡулынан килгән барлыҡ эште атҡара.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем беҙ Оло Конюшенная урамында йәшәнек, ул Нева проспектына сыға ине. Һуғыш башланыр алдынан йәшәгән йортобоҙ эргәһенән ҙурыраҡ бүлмә бирҙеләр. Хәрби һөжүм мәлдәрендә, беҙ бомбанан һаҡланыу урынына йәшенмәнек, үҙебеҙҙең фатирҙа ҡалдыҡ. Бөгөн, ул саҡтарҙы иҫләп, Хоҙай үҙе һаҡлағандыр, тип уйлайым, сөнки тәүҙә йәшәгән йортобоҙға бомба төшөп, уны ер менән тигеҙләне. Әле лә шул урында “Һаҡ булығыҙ, урам артиллерия уты аҫтында” тигән яҙыу һаҡланған.

900 көн һәм төнгә һуҙылған блокаданы онотоу мөмкин түгел. Бәләкәй булһам да, ул йылдарҙағы ҡайһы бер мәлдәрҙе кинолағы кеүек иҫләйем. Бала үҙ тормошондағы ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы мейеһенә нығыраҡ һеңдерә икән.

Һуғыш башланғас, тәүге мәлдәр­ҙә аҙыҡ-түлекте күберәк бирәләр ине. Аҙаҡ иһә тәүлегенә 125-әр грамм ҡара икмәк бүлделәр. Уның өсөн дә кешеләр оҙон сиратта көндәр буйы торҙо. Ҡайһы берәүҙәр алған паектарын өйөнә тиклем алып ҡайтып еткерә алманы, сөнки мародерҙар икмәк алған кешегә иҫен юғалтҡансы һуғып, барлы-юҡлы ризығын тартып алып ҡаса. Аслыҡтан хәле бөткән, саҡ-саҡ йөрөгән ҡайһы бер кешеләр шул имгәнеүҙән тора алмай, йән бирҙе. Документаль фильмдарҙа күрһәтел­гән хәл-ваҡиғаларҙың бөтәһе лә дөрөҫ.

Атайым да 1942 йылда һуғышта һәләк булды. Мин бәләкәй инем. Әсәйем мине карауатҡа һала ла: “Галя, ҡомаҡтар килһә, ошоноң менән һуғып төшөр”, – тип эргәмә утын ағасы һалып, әҙерәк ашарға ҡалдырып, эшкә китә. Шул мәлдәрҙә бер тәҙрәнән инеп, икенсеһенән сыҡҡан пулялар нисек мине үлтермәне икән?!

Бер мәл әсәйем, бала саҡтағы дуҫы Нинаны осратып: “Ауыр мәлдә бергә йәшәһәк, еңелерәк тә булыр. Һин Галяны ҡарап ултырырһың”, – тип уны алып ҡайтты. Ул ҡатын зәңге (цинга) сире менән ауырый, аяҡтары шешенгән. Бер мәл Нина, өйҙә булған аҙыҡты йыйып, беҙҙән ҡотолмаҡсы булып, төндә йоҡлап ятҡан әсәйемә балта менән ташланды. Әсәйем саҡ ҡотолоп ҡалды. Төндә мин уянып ҡысҡырмаһам, үлтерә сабыр ине. Шулай ҙа балта­ның осо әсәйгә тейеп, яра эҙҙәре тороп ҡалды. Нинаны алып китте­ләр. Әсәйем уның яҙмышы тураһын­да белешергә барғас: “Пущена налево”, – тип әйтеп ҡайтаралар. Был һүҙ атылған кешеләргә ҡарата әйтелә торғайны.

Бер мәл әсәйем әҙ генә ит алып ҡайтты. Итте бешерә-бешерә, күбек сығып тик тора. “Юл буйында ниндәйҙер ит алғайным, оҙағыраҡ бешергән һайын күбеге сыға”, – тип күршене индереп күрһәтте. “Был бит кеше ите!” – тип әйткәс, әсәйем уны шунда уҡ сығарып ташланы. Аҙаҡ беҙгә: “Нисек кенә ауыр булмаһын, мин һеҙгә кеше ите ашатманым”, – тип әйтер ине.

Ысынлап та, блокада мәлендә ҡурҡыныс хәлдәр аҙым һайын осрап торҙо. Астан үлмәҫ өсөн кеше итен, балаларын ашағандар ҙа булды. Өйҙө йылытыр өсөн ултырғыс, сепрәк, ҡағыҙ һәм башҡа яғып булған бөтә нәмәне яндыра торғайнылар, сөнки утын юҡ.

1944 йылдың 27 ғинуарында блокаданы өҙгәс, халыҡтың нисек ҡыуанғаны әле лә күҙ алдымда. Аҙаҡ әсәйем “Ленинградты оборона­лаған өсөн” миҙалы менән бүләк­ләнде. Ул: “Галя, был награданың яртыһы һинеке”, – тип әйтә торғайны.

Блокада һөҙөмтәһендә мин дистрофик булдым, йүнләп атлай ҙа алмай инем. 1947 йылда әсәйем Василий Васильевич Ульянов тигән яугиргә кейәүгә сыҡты. 1949 йылда беҙ уның тыуған еренә – Белорет ҡалаһына күсеп килдек. Үгәй атайымдың туғандары беҙҙе һалҡын ҡаршы алды.
II класҡа уҡырға барҙым. Ныҡ ябыҡ булыуымдан оялам, етмәһә, рәхәтләнеп уйнай ҙа алмайым, тиҫтерҙәремде кәртә буйында тороп күҙәтәм. Бындағы балалар алһыу, йомро булып күренә ине. Аҙаҡ Башҡортостан икенсе тыуған еремә әйләнде.

1953 йылдың 9 май төнөндә әсәйем бала тапҡандан һуң үлеп ҡалды. Яңы тыуған сабыйҙы икенсе ғаиләгә бирҙеләр. Атайыбыҙ башҡа ҡатын алды. Ул яҡшы кеше булып сыҡты, беҙҙе үҙенең балалары кеүек яҡын күреп ҡараны. Аҙаҡ тормош үҙ яйы менән китте. Артабанғы яҙмышыма зарланмайым, ирем Константин Васильевич менән татыу ғүмер кисерҙек. Әммә беҙҙең һуғыш мәлендә күргән михнәттәр яҙмышы­быҙҙа мәңгелек ҡара тап булып ҡалды. Һуғыш беҙҙең бала саҡты урланы, – тип әңгәмәсем ауыр бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Галина Федорова бала саҡ фотоһүрәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Уларҙың береһенең артына атаһы әсәһенә “Пусть моя фотокарточка поможет скорейшему выздоровлению. Андрей. 2 сентября 1939 года”, “Любимой жене Катюшеньке на долгую память с фронта Отечественной войны. 17 июня 1942 года. Андрюша” тигән теләктәрен яҙған. Тик уларға башҡаса осрашырға яҙмай.

Эйе, һуғыш бер кемде лә аямай, ошондай миллиондарса ғаиләнең матур тормошон селпәрәмә килтерҙе, яҙмыштарҙы бутаны, өмөт-хыялдарҙы юҡҡа сығарҙы...


Вернуться назад