Июнь айында юбилейҙар, тантаналар01.06.2012
1 – хирург, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Вил Тимербулатовҡа – 60 йәш (1952).
– Башҡортостандың халыҡ артисы, Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш режиссеры Таһир Камаловҡа – 50 йәш (1962).
2 – яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Чекмарев исемендәге премия лауреаты Раил Байбулатовтың тыуыуына — 75 йыл (1937 – 2002).
5 – балетмейстер, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирина Филипповаға – 55 йәш (1957).
10 – журналист, яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2004 – 2011 йылдарҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең идара рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ситдиҡоваға – 60 йәш (1952).
12 – яҙыусы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Мөслим Әбсәләмовтың тыуыуына – 80 йыл (1932 – 2009).
15 – йырсы, ҡурайсы, фольклорсы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Сөләймәновтың тыуыуына – 100 йыл (1912 – 1988).
– БАССР-ҙы икенсе Ленин ордены менән наградлауға – 55 йыл (1957).
– тарихсы, археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Петр Ищериковтың тыуыуына – 120 йыл (1892 – 1961).
16 – актер, Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры режиссеры, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Константин Хотяновскийға – 75 йәш (1937).
18 – Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының элекке Өфө губернаһы өйәҙҙәрен кантон итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә – 90 йыл (1922).
24 – яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужаға (Әсхәл Әхмәтҡужин) – 70 йәш (1942).
25 – химик-технолог, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған химигы Флюс Ғәзизовҡа – 75 йәш (1937).
– композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Аҡмулла, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты Роза Сәхәүетдиноваға – 75 йәш (1937).
28 – яҙыусы, ғалим, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, БАССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Кирәй Мәргәндең (Әхнәф Кирәев) тыуыуына – 100 йыл (1912 – 1984).


Вернуться назад