Бер йәше тулған баланың туҡланыуы имсәк сабыйҙың туҡланыуынан байтаҡҡа айырыла. Уның организмы үҫә, функциялары камиллаша, танып белеү һәм хәрәкәт әүҙемлеге арта, энергияға ихтыяжы үҫә. Бөтә ошо сәбәптәр уның туҡланыу рационына ла һиҙелерлек тәьҫир итә.
Был осорҙа балаларҙың сәйнәү аппараты үҫешә, 1,5 йәштә уларҙың 12 теше сыҡҡан булырға тейеш. Аш һеңдереү һуты һәм ферменттары әүҙемлеге арта, әммә әлегә функциялары тулыһынса өлгөрөп етә алмай. Ашҡаҙан күләме 200-ҙән 300 миллилитрға тиклем ҙурая.
1-1,5 йәшлек балалар өсөн бутҡа рәүешендәге шыйығайтылған ризыҡтар әҙерләү мөһим. Төп талап – туҡланыуҙың балансланған һәм төрлө булыуы. Йәшелсә, эремсек, сырҙар, һөт, ҡош һәм мал ите, ярманан әҙерләнгән аҙыҡтарҙа аҡһым, май, углевод, минераль матдәләр, витаминдар етерлек булырға тейеш.
Аҙыҡ рационының төп нигеҙе – аҡһым күп тупланған һөт һәм әскелтем һөт ризыҡтары, ит һәм йомортҡа. Һөт аҙыҡтары составына еңел үҙләштерелгән аҡһым, майҙар, витаминдар, минераль матдәләр инә.
Әскелтем һөт продукттары ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән, аш һеңдереүҙе яҡшыртҡан, иммунитетты күтәргән бактерияларға бай, шуға күрә һөт, кефир, йогурт көндәлек рационда мотлаҡ булырға тейеш, ә эремсек, ҡаймаҡ һәм сырҙы балаға бер-ике көн аша бирергә мөмкин. Бер йәшлек сабыйҙарға бары 100 миллилитр күләмендә балалар өсөн тәғәйен махсуслаштырылған йогурт биреү файҙалы. Эремсек, аҡһым һәм кальций сығанағы булараҡ, көнөнә 50 грамм самаһы талап ителә. Медицина яғынан ниндәйҙер ҡаршылыҡ, тыйыу булмағанда, сабыйға йомролай бешерелгән йомортҡаның яртыһын ашатырға мөмкин. Йәш ярымға тиклем бешкән йомортҡа һарыһын йәшелсә иҙмәһенә ҡушып бирһәгеҙ ҙә була.
Сабый үҫкән һайын туҡланыу рационындағы ит миҡдары ла артырға тейеш. 100 грамм итте балаға көндөң тәүге яртыһында ашатыу яҡшыраҡ. Аллергия күҙәтелмәгәндә, аҙнаһына бер тапҡыр диңгеҙ һәм йылға балыҡтарынан әҙерләнгән суфлены бирергә була.
Үҫемлек майын йәшелсә иҙмәһенә һәм салаттарға ҡушығыҙ. Мал майын бала ҡаймаҡ һәм аҡ май менән бергә ала. Ҡарабойҙай, дөгө һәм кукуруз ярмаһынан бешерелгән бутҡа – кескәйҙәр өсөн бик тә яҡшы аҙыҡ. Йәш ярымға тиклем углеводтарға бай макарон изделиеларын биреүҙән тыйылып тороғоҙ. Кәбеҫтә, кишер һәм ҡабаҡтан әҙерләнгән блюдоларҙың тәүлек күләме – 200 грамм. Ә крахмалға бай картуфтың күләме тәүлегенә 150 грамдан артмаҫҡа тейеш, сөнки ул матдәләр алмашыныуын һүлпәнәйтә. Кескәйҙәргә был осорҙа редис, шалҡан, һарымһаҡ, торма кеүек йәшелсә биреү тәҡдим ителмәй. Төрлө йәшелсә, емеш-еләк һуттары (100-150 миллилитр) улар өсөн бик файҙалы.