Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың матбуғат конференцияһына журналистар бик күп йыйылды – “Башинформ” агентлығының залы тулы ине. Һәр кем Рәсәй ҡануниәтенә ҡағылышлы үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып ҡалырға тырышты.
Депутатлыҡ эшмәкәрлеге осоронда Зариф Закир улы ил парламенты ҡарауына 30 закон проекты индергән, шуларҙың ун етеһе рәсми баҫылып сыҡҡан, дүртәүһе беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән, ҡалғандары ҡарарға әҙерләнгән.
Зариф Байғусҡаров ҡайһы бер ҡанундарҙың үҙенсәлектәрен дә аңлатты. Урманда сыбыҡ-сабыҡ йыйырға рөхсәт иткән ҡағиҙәне, мәҫәлән, урындарҙа яңылыш аңлағандар икән, шуға күрә полицияның ҡороған ағас тейәп ҡайтып килгән кешеләрҙе туҡтатҡан һәм штраф һалған осраҡтары ла булған.
– Был Урман хужалығы министрлығының муниципалитеттарға хата күрһәтмә биреүе арҡаһында килеп сыҡҡан, – тине депутат. – Ҡабатлап әйтәм: урманға ҡороған ағас алырға барыу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй, балта һәм бысҡы алыуҙы ла бер кем дә тыйырға тейеш түгел.
Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең Урман кодексына индерелгән ошо төҙәтмәнең авторы ла – Зариф Закир улы. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы һәм Енәйәт кодекстарына ла ул индергән үҙгәрештәр бар: иҫерткес эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу менән шөғөлләнгән һәм алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән. Ауылдарҙа араҡы һәм көмөшкә менән сауҙа иткән оятһыҙ әҙәмдәр осраштырғылай. Был енәйәтсел ҡылыҡтары өсөн ундайҙар ошоға саҡлы ике мең һум штраф менән ҡотола ине, хәҙер был сумма 30 мең һумға еткерелде. Шул “эшмәкәрлек” өҫтөндә тағы тотолһа, бер йыл дауамында был кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Депутат аңлатыуынса, үҙгәрештең ыңғай йоғонтоһо бар: былтыр республикала алкоголде законһыҙ һатҡандарға 11 миллион һумлыҡ штраф һалынған, 66 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, 32 кеше хөкөм ителгән.
Ул шулай уҡ Рәсәй парламенты ҡарауына тәҡдим иткән башҡа закон проекттары тураһында ла һөйләне. Зариф Закир улының әүҙем эшмәкәрлеге юғары баһалана – үткән йыл депутат Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн илебеҙ Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.