Сибайҙар ауырлыҡҡа бирешмәй01.02.2019
Ошо аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙа эш сәфәре менән булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика етәксеһенең ҡалаға өсөнсөгә килеүе был. Ысынлап та, төбәктәге хәл мәсьәләгә етди ҡараш талап итә.

Шахтаға һыу тултырыла

Республика Башлығы вазифаһын ва­ҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәби­ров Сибайҙа 20 мартҡа тиклем шахта­ларға һыу тултырылырға тейешлеген белдерҙе.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, карьерҙы һыу менән тултырыу 1 февралдә башланасаҡ. Был эш мөһим һәм техник йәһәттән ҡатмарлы. Ә карьерҙағы һыуҙы, кислород барлыҡҡа килмәһен өсөн, шаҡтай ваҡыт һурҙырмаясаҡтар.

– Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Шуға ла 1 февралгә тиклем тамамлай алмаясаҡбыҙ, – тип һығымта яһаны Радий Фәрит улы. – 20 мартҡа шахтаға һыу тултырылырға тейеш.
Әле карьерға тәүлегенә 15 мең кубометр – балсыҡ-тау тоҡомо, 56 мең кубометр һелтеле һыу тултырылған, 23 берәмек техника эшләй.

Йәштәр... республикала ҡалһын ине

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәби­ров Сибайҙа ҡала балалар художество мәктәбендә булды.
Мәғариф ойошмаһы директоры Флорида Ҡәҙерғолова уға мәктәптә 700-гә яҡын баланың белем алыуы тураһында һөйләне. Белем усағы бинаһы 2015 йылда сафҡа индерелгән.

Радий Фәрит улы уҡыу кластарын ҡа­рап сыҡты, балсыҡтан төрлө әйбер­ҙәр яһаған ҡыҙҙар менән фотоға төштө. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәштәр тыуған ҡалаһында, республикабыҙҙа уҡыр­ға һәм эшләргә ҡалһын өсөн мөм­кин булғандың барыһын да башҡарырға кәрәк.

– Беҙҙең йәштәрҙең бүтән төбәктәр­ҙәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе тураһында ишетһәм, ҡыйын булып китә. Киреһенсә, улар үҙебеҙҙә ҡалһын ине. Тимәк, вуздарҙы үҫтерергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.

“Рингта ғына һуғышығыҙ”

Киләһе йылда Сибай ҡа­ла­һының “Труд” стадионын төҙөкләндереү эше башла­насаҡ. Унда футбол майҙан­сы­ғы төҙөләсәк. Төҙөү-монтажлау эштәре 64 миллион һум торасаҡ. Башҡортостан Баш­лығы вазифаһын ваҡыт­лыса баш­ҡа­рыусы Радий Хәбиров быйылға әҙер­лек эштәрен тулыһынса тамам­ларға ҡушты.

“Иң мөһиме – балаларға бында килеп етеү уңайлы булырға тейеш. Транспорт йөрөп торһон”, – тине Радий Фәрит улы.
Стадион структураһына ингән уҡыу-спорт комплексында төбәк етәксеһе йәш баскетболсылар һәм улар­ҙың тренеры менән аралашты. Шулай уҡ ул өҫтәл теннисы һәм бокс менән шөғөл­ләнгән йәш спортсылар менән дә осрашты.

– Балаларҙы боксҡа өйрә­теп кенә ҡалмағыҙ, ә үҙ оҫта­лыҡтарын тик рингта ғына фай­ҙаланырға кәрәк­леге тураһында ла аңлатығыҙ, – тигән теләк белдерҙе Радий Хәбиров.

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?

– Һәр ҡала ла бындай бай­лыҡ, илһөйәрлектең юға­ры өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо менән маҡтана алмайҙыр, – тине республика етәксе­һе Радий Хәбиров, Сибай­ҙа­ғы тарих-тыуған яҡты өйрә­неү музейы менән танышҡас.

Ул мәҙәни-ғилми учреж­де­ниеның барлыҡ экспозицияларын тиерлек ҡарап сыҡты. “Сибай тарих-тыуған яҡты өйрә­неү музейындағы 12 мең уникаль экспо­наттың 1615-е Рәсәй Музей фонды­ның Дәүләт каталогына инде­релгән, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы аҙаҡ социаль селтәрҙә. – Һәр мөйөш, һәр зал күңел һалып биҙәлгән. Бында дәрестәр үткәрелә, экскурсиялар ойошторола”.

Музей 1995 йылда төҙөл­гән йорттоң беренсе ҡатын­да урынлашҡан, ә техник талаптар буйынса айырым бинала булырға тейеш.
– Беҙгә фондты һаҡлауға, ғилми китапхана өсөн урын кәрәк. IT-техно­ло­гияларҙы файҙаланып, башҡорт хал­ҡының матди булмаған мәҙәни мираҫына бағыш­ланған экспозиция булдырыу зарурлығы бар. Бина капиталь ремонт талап итә, – тип хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында һөйләне музей директоры Альбина Ярмуллина.

Радий Хәбиров ремонт эшләүгә республиканан финанс ярҙам буласағын белдерҙе.

“Салауат Юлаев”та ла уйнарҙар!

Сибайҙың “Таусы” хоккей команда­һына ярыштарға йөрөү өсөн күптән көтөлгән автобус тапшырыласаҡ. Тө­бәк етәксеһе Радий Хәби­ров урындағы власть етәксе­ләренә шундай бурыс йөкмәтте.

Ул “Ирәндек” боҙ һара­йында коман­даның йәш хоккейсылары менән аралашты. Директор Ғаяз Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, бында фигуралы шыуыу, шорт-трек, хоккей менән 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.

– Һеҙҙең ҙур еңеүҙәргә өлгәше­үе­геҙ­ҙе теләйем, – тине Радий Фәрит улы йәш спортсыларға. – Арағыҙҙан бер нисәү беҙҙең төп хоккей клубы “Салауат Юлаев”та уйнар тип уйлайым.

Спортсыларҙың әсәләре республика етәксеһенә автобус хәстәрләгәне өсөн рәхмәт әйтте, балалар төрлө турнир­ҙарҙа Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлар тигән ышаныс белдерҙе.

Радий Хәбиров кем булырға хыялланған?

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында ҡалалағы “Толпар” балалар телеканалының йәш журналистары менән дә аралашырға өлгөрҙө. Улар – урындағы 9-сы лицейҙың VIII класс уҡыусылары Айзилә Ҡәҙербаева һәм Тимур Байрамғолов – республика етәксеһенә төрлө һорау бирҙе.

Радий Фәрит улы бала сағында “Хайуандар донъя­һында” тапшырыуын ҡарарға яратҡаны, уны алып барыусы Николай Дроздов кеүек ошо өлкәне өйрәнергә хыялланыуы һәм биология факультетына уҡырға инергә теләүе хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров әйте­үен­сә, ул мәк­тәптә тырыш, тың­лаусан уҡыусы булған, “дүрт­ле” һәм “бишле”гә өлгәшкән.

– Сибай балаларына мин иң беренсе һаулыҡ теләйем, – тине республика етәк­сеһе. – Оло тормош юлына аяҡ баҫ­ҡанда бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, ауырлыҡтарға би­решмәгеҙ, шул саҡта ба­ры­һына ла өлгә­шәсәк­һегеҙ. Әлегеләй бик шәп кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.
Битараф булмағандарға рәхмәт әйтте

Сибайға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров “Си­бай, дыши” төркөмө әү­ҙем­селәре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе ҡалалағы экологик хәлгә бәйле ҡабул ителгән ҡарарҙар тура­һында һөйләне, карьерҙы һыу ме­нән тултырыуҙың белгестәр контро­лендә башҡа­ры­ла­сағы, сибайҙар һау­лығына зыян килмәйәсәге тураһында әйтте.

– Мәсьәлә хәл ителгәс, Өфөлә Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинаты етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә үт­кәрәсәкбеҙ. Киләсәктә карь­ерҙа нимә буласағын берәү ҙә әйтә алмай. Минеңсә, уны рекультивацияларға кәрәк, – тине ул.
Радий Хәбиров әүҙем­се­ләргә битараф ҡалмаған, ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.

– Ошондай конструктив позицияғыҙ, беҙгә ышаны­сы­ғыҙ өсөн рәхмәт. Төркө­мөгөҙҙө быйыл ирекмән пре­мия­ларының береһенә тәҡ­дим итмәксемен, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад