Прокуратура торлаҡлы итте31.01.2019
Башҡортостан Республикаһы Прокуроры Андрей Назаров белдереүенсә, былтыр күҙәтеү органына 105 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Прокуратура граждандарҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын күҙәтеүгә айырыуса иғтибар бирә. Әле авария хәлендәге күп фатирлы 103 йорттан 896 кешене күсереү буйынса хәл контролдә тора. Шулай уҡ күҙәтеү органы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары категорияһына ҡарағандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибарлы. Мәҫәлән, былтыр улар ярҙамында ошо категорияға ҡараған 177 граждан йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.


Вернуться назад