Әлшәй районы кешеһе былтыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен 102 тапҡыр боҙоп, 258 мең һумлыҡ штраф “алған”. Илеш районынан берәү 190 мең һумлыҡ 256 ҡағиҙә боҙған. Өсөнсө урында Өфө кешеһе — уның 185 мең һумлыҡ 188 штрафы булған.
Ошондай ғәҙәти булмаған рекордсылар исемлеген Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов матбуғат конференцияһы барышында белдерҙе. Әйткәндәй, был кешеләрҙең бөтәһе лә штрафтарын түләгән.