Күп функциялы үҙәк һорайҙар31.01.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рушана Бабич менән Айгөл Гәрәева Архангел район үҙәгендә халыҡты ҡабул итте. Осрашыуға төрлө һорауҙар менән һигеҙ кеше килде.

Муллаҡай ауылынан өс вәкил буш торған мәктәп бинаһында күп функциялы үҙәк асыу кәрәклеге тураһында фекерҙәрен белдерҙе. Ике пенсионер иһә йорттарын төҙөкләндереүҙә ярҙам һорай. Архангел ауылынан берәү һуғыш ветерандарына һалым түләү буйынса ташламаларға хоҡуғы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ депутаттар Орловка ауылындағы Московская урамына газ һуҙыу мөмкинлектәре тураһындағы мөрәжәғәтте ҡараны.




Вернуться назад