Башта – шартлатҡыс, хәҙер янғын тип ҡурҡыталар31.01.2019
Ошо көндәрҙә халыҡты төрлө ойошмаларға шартлатҡыс һалыныуы тураһындағы хәбәр менән ҡурҡытҡайнылар. Әле иһә республикалағы мәктәптәрҙең береһендә янғын сығыуы хаҡында мәғлүмәт таратыла. Билдәһеҙ әҙәмдәр Whatsapp һәм Instagram селтәрҙәре аша янған мәктәптең фотоһын ебәргән. Һүрәттә – ут ялмаған белем усағы, эргәһендә – уҡыусылар.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Башҡортостанда бер мәктәптә лә янғын сыҡмаған, шылтыратыуҙар юҡ.




Вернуться назад