Техосмотрҙы бөтөрмәкселәр31.01.2019
“Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһынан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары шәхси автомобилдәр өсөн техник күҙәтеүҙе ғәмәлдән сығарыу тураһындағы закон проектын тәҡдим иткән.

Документ авторҙары билдәләүенсә, автомобилдәрҙе мотлаҡ техник күҙәтеүе тураһындағы закон юлдағы аварияларға тәьҫир итмәй, киреһенсә, транспорт хужаларының сығымдарын арттыра.

Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ғилми үҙәге мәғлүмәттәре буйынса былтыр туғыҙ айҙағы аварияларҙың бары 3,8 проценты ғына автомобилдәрҙең техник яҡтан төҙөк булмауына бәйле. Шулай уҡ уларҙың өстән бер өлөшөндә юлдарҙың насар торошо сәбәпсе булған.




Вернуться назад