“Мин бик иртә торам. Тороу менән социаль селтәрҙәргә инеп, юл хәрәкәтенә ҡағылған төркөмдәрҙе ҡарап сығам”, – тине Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов.
Бөгөн “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһы барышында начальниктан журналистар социаль селтәрҙәргә ҡарашы, ҡағиҙә боҙоу осраҡтары телефонға төшөрөлгән ялыуҙар менән нисек эшләүе тураһында һораны.
“Телефонға, камераға төшөрөлгән ялыуҙар күп килә. Уларҙың юридик яҡтан бик көсө булмаһа ла, шәхсән үҙем уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайым һәм шунда уҡ тикшерергә ҡушам. “БашДТП” төркөмөн дә даими күҙәтеп барам. Һорауҙар, хәл ителмәгән мәсьәләләр күрһәм, шунда уҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәргә асыҡларға бурыс ҡуям. Социаль селтәрҙәге эште лә үҙем алып барам”, – тине ул.