Уҙған аҙнала Өфөләге йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына эләккән 12 уҡыусы һәм бер уҡытыусы ошо көндәрҙә медицина ойошмаһынан сығарылды. Уларҙың барыһы ла норовирус сире йоҡторғайны.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Евгений Степанов эпидемиологик тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
– Балалар туҡланған ресторан тулыһынса тикшерелде. Асыҡланыуынса, ашамлыҡтарҙың бер өлөшө технологияны боҙоп әҙерләнгән, ҡайһы берҙәрендә һаҡлау шарттары үтәлмәгән. Зыян күргәндәр ресторанда винегрет ашауҙары тураһында белдерҙе, – тине ул.
Әле ресторандың эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылды.