Бишек йырының, башҡорт телендә балалар китаптарының һәм тиҙәйткестәрҙең әҙ булыуы тураһында борсолоу белдерә әле генә әсәй бәхетен татыған Өфөлә йәшәгән Эмилия Ғәзетдинова.
– Беҙҙең ҡарт өләсәйҙәр балалар фольклорын күп белде, ә бына советтар заманында йәшәгәс, был йәһәттән өләсәйҙәрҙең тәжрибәһе бәләкәй, – тип һөйләй йәш әсәй Эмилия. – Ошо бушлыҡты тултырыу маҡсатында китаптарҙы аҡтара башланым һәм алтын бөртөгөнә тиң байлыҡты ябыҡ инстаграмға һалдым, аҙаҡтан инде уны бүтәндәргә лә тараттым.
Эмилия Ғәзетдинова рус телендәге әкиәт һәм мәҡәл-әйтемдәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән. Сәңгелдәктә әүен баҙарына әҙерләнгән сабыйы өсөн хәҙер уның күңеле тыныс, бәхет бүлешкәндән арта тигәндән, үҙенең тәжрибәһе менән тиҫтерҙәре менән дә бүлешә.