Былтыр Башҡортостанда юл-транспорт фажиғәләрендә 549 кеше һәләк булған һәм 5494 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был мәғлүмәтте бөгөн матбуғат конференцияһында Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдинов һөйләне.
Фажиғәлә һәләк булыусылар һаны республиканың 26 ҡала һәм районында артҡан, улар араһында Сибай, Октябрьский ҡалалары, Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондары бар.
Һәләк булғандарҙың һәр өсөнсөһө йәйәүле. 1263 кеше тапалған —уларҙың 165-е үлгән, 1142-һе йәрәхәтләнгән.
Динар Ғилметдинов белдереүенсә, дәүләт инспекцияһы үҙ тарафынан юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләй, тик кешеләрҙе лә үҙ ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплыраҡ булырға саҡыра.