Красноярск крайының Ачин районында булған хәл айыу менән шаярырға яраманлығын тағы ла иҫкәртте.
Хайуандың урыны – урманда, әммә кеше тәбиғәттең был ҡанунын йыш боҙа. Һөҙөмтәлә, үҙҙәре үк ҡырағай дуҫтарҙың ҡорбанына әйләнә.
“Айдашки” ял базаһында Яңы йыл байрамына арналған корпоративта 52 йәшлек ҡатын эсеп алғас, ситлектә торған айыуҙы ашатырға була. Тик күстәнәс һуҙған ҡулын тайыш табан эләктерә. Ҡатынды шунда уҡ дауаханаға оҙаталар, әммә табиптар уның ҡулын һаҡлап ҡала алмай.
Был хәлдән һуң айыуҙы яҙ иреккә сығарырға ҡарар иткәндәр.