Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Рәсәй телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙары селтәре хеҙмәте өсөн хаҡ түләй алған төбәктәрҙә телеканалдарҙың өсөнсө мультиплексын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итә.
Хөкүмәт был тәҡдимде хуплаһа, проектты йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, Башҡортостан ошо моделде файҙаланыу буйынса пилот төбәк булыуы мөмкин.
– Был мәсьәлә айырыуса һанлы эфирға сығыуҙан ситтә ҡалған төбәк һәм муниципаль телеканалдар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировта ла бер нисә тапҡыр ҡаралды, тейешле күрһәтмәләр бирҙе, – тине Борис Мелкоедов. – Мәсьәләне хәл итеү алымдарының береһе рәүешендә өсөнсө мультиплекс булдырыу мөмкинлеге ҡаралды.