Бөгөн иртән баш ҡаланың Карл Маркс урамында күп ҡатлы йорттағы фатирҙа ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр унан ике кешене сығарған, улар дауаханаға оҙатылған. Әммә 19 һәм 20 йәшлек егеттәрҙе ҡотҡара алмағандар.
Янғын һүндереүселәр граждандарҙы иғтибарлы булырға саҡыра. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны – 112.