Өфөләр яңы урамдарға исем биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Әле Ҡала советы ойошторған был конкурсҡа 200-ҙән ашыу исем варианты килгән. Мәҫәлән, урамдарға Даян Мурзин һәм Николай Блохин исемдәрен бирергә тәҡдим итеүселәр бар.
Даян Мурзин – Икенсе Бөтә донъя һуғышы геройы, тере сағында уҡ легендаға әйләнгән кеше. Ул Украинала, Белоруссияла, Молдавияла һәм Чехословакияла партизан хәрәкәттәре булдырған. Гитлер уны үҙенең шәхси дошманы тип иғлан иткән һәм тотоусыларға 3 миллион рейхсмарка вәғәҙә иткән булған.
Урамдарҙың береһен Николай Блохин исеме менән атарға уның нәҫелдәре тәҡдим итә. Ул нәшриәтсе, китап менән сауҙа итеүсе булған, ҙур китап магазины тотҡан. Ҡалала беренсе китапхана булдырған һәм аҙаҡ уны ҡалаға тапшырған. Шулай уҡ дауахана, ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы һәм башҡа мөһим объекттар төҙөүгә аҡса биргән меценат кеүек тә билдәле. 1930 йылға тиклем Өфөлә Блохин урамы булған, әле ул Кавказ урамына әйләнгән.