Прокуратура нисек эшләй?31.01.2019
Былтыр республика прокуратураһы тарафынан 205 меңдән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланған. Шуларҙың яртыһынан күберәге тәфтиште һәм тәүтикшереүҙе, 42,2 проценты иһә федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеүгә тура килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы тәүге пленар ултырышында Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров ошондай мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Уның әйтеүенсә, прокурорҙарҙың эҙмә-эҙлекле эше һөҙөмтәһендә инвалид балаларҙың, етемдәрҙең һәм ишле ғаиләләрҙең торлаҡ, мөлкәт, башҡа социаль хоҡуҡтары яҡлап ҡалынды. Башҡа власть органдары менән берлектә 788 етем бала уңайлы торлаҡ менән тәьмин ителде.

Күҙәтеү ведомствоһы дарыуҙар менән тәьмин итеү өлкәһендәге байтаҡ етешһеҙлекте теркәне һәм хәлде яйға һалыу буйынса тейешле сара күрҙе. Республика прокуроры билдәләүенсә, коррупцияға ҡаршы көрәш күҙәтеү эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Прокурорҙар хеҙмәт хаҡы, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү өлкәһендә лә ҙур эш башҡара.




Вернуться назад