Мәғәнәһеҙ шаяртыуҙар дауам итә31.01.2019
Өфөлә шартлатҡыс һалынған тигән шылтыратыуҙар сәбәпле медицина һәм белем биреү учреждениеларын эвакуациялау бөгөн дә дауам итә. Әлеге мәлдә 17-се балалар дауаханаһы менән Өфөнөң инфекция дауаханаһынан персонал һәм ҡотҡарыусылар барлыҡ пациенттарҙы тышҡа сығара.

Күренеүенсә, баш ҡалала ике көн элек булған хәл ҡабатлана. Унда ла дәүләт учреждениеларына, мәктәп һәм дауаханаларға шартлатҡыс һалынған тип шылтыратҡайнылар.





Вернуться назад