Ярлыларҙың кәмемәүен чиновниктар ҙа таный31.01.2019
Ярлыларҙың кәмемәүен чиновниктар ҙа таныйТүбәнге Новгородта ярлылыҡ кимәлен кәметеү мәсьәләһе буйынса төбәк-ара кәңәшмәлә Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы Максим Топилин ярлылар һанының һуңғы тапҡыр етди кәмеүе 2000 йылға тура килде, тип белдерҙе.

“Хәҙер ярлылыҡта йәшәгән 20 миллион кешенең 10 миллионын ошо хәлдән сығарыу өсөн беҙгә бөтөнләй икенсе кимәлдә аҙым яһарға кәрәк”, – тине етәксе.


Өҫтәүенә ул Рәсәйҙә ярлылыҡты кәметеү өсөн тырышлыҡты 2-3 балалы ғаиләләргә йүнәлтеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Ысынлап та, килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләрҙең 80 процентын тап бала тәрбиәләгән ғаиләләр биләй ҙә инде.





Вернуться назад