Global Finance журналы донъяның быйылғы иң хәүефһеҙ илдәре рейтингын төҙөгән.
128 илдең хәүефһеҙлек индексын сығарғанда хәрби бәрелештәр хәүефе, енәйәтселек һәм граждандарҙың шәхси хәүефһеҙлеге кимәле, иҡтисади үҫеше, тәбиғәт стихиялары булыу ихтималлығы иҫәпкә алынған. Тәүге хәүефһеҙ төркөмгә үҫешкән иҡтисады һәм ныҡлы һаулыҡ һаҡлау системаһы булған Европа илдәре ингән. Тәүге урында – Исландия, икенсе урында – Швейцария, өсөнсө урында – Финляндия. Катар, Сингапур, Яңы Зеландия һәм Канада ла яҡшы иҫәптә.
Ә бына Япония һәм АҠШ ни бары 43-сө һәм 65-се урында. Рәсәй исемлектә 108-се урынды биләй.