Кәкүк саҡыра башлау менән һыу төшөргә була, тигән һынамыш бар. Тик әлегә һыу йылынмаған. Шуға ҡарамаҫтан, көндәрҙең эҫе тороуына һылтанып, күптәр ял мәлендә яр буйына ашыға. ...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башынан һыуҙа дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала, һәләк булған.
Йылға, күл буйына сыҡҡан өлкәндәр йыш ҡына иҫерткес эсемлек тә ала. Эскән килеш һыу инеү күп ваҡыт фажиғәгә сәбәпсе була ла инде. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһы эргәһендәге күлдәрҙең береһендә ике ир һыу төшөп, ял итергә булған. Эҫе ҡояш нуры менән араҡы ирҙәрҙең береһен тиҙ арала “йыға һуҡҡан”, ул йоҡлап та киткән. Уянһа, эргәһендә дуҫының кейеме генә ята. Ир шунда уҡ ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан, ләкин һуң булған…
Архангел районында 30 йәшлек ир ғаиләһе менән һыу төшөргә барған. Йөҙөр өсөн ҙур матрас алғандар. Алты йәшлек ҡыҙын ултыртып, ғаилә башлығы һыуға төшкән. Ләкин быға тиклем ҡыҙмаса булып алған атай кеше иҙрәп йоҡлап киткән, матрас иһә ағым ыңғайына аҡҡан. Ире менән балаһын юғалтҡан ҡатын ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Матрас “ҡорбандарын” яр буйында ял итеүселәр ҡотҡарған, уларҙы йөҙөргә төшкән урындан ике километр алыҫлыҡта тотоп алғандар. Оҙаҡ илауҙан һыны ҡатҡан сабыйҙы тынысландырғандар, ә ғәмһеҙ атайҙы саҡ уятҡандар. Ярай әле йылға уртаһында матрас әйләнмәгән…
Һыу эргәһендә йәшәгән өлкәндәр был осорҙа айырыуса абай булырға, баланы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Бәләкәстәр үҙенең физик мөмкинлегенә баһа бирә алмай, ҡурҡыу йә арыу арҡаһында ла һәләкәткә осрауы мөмкин.
Балтас районының Иҫке Ямурҙа ауылы эргәһендәге быуала малайҙар һал эшләп йөҙөргә булған. Был хәлде өлкәндәр күргәндер ҙә бит. Ләкин уларҙы туҡтатыусы табылмаған. 2001 йылғы малай һалдан ҡолап төшөп, һыу аҫтына киткән. Балалар ярҙамға саҡырған, ләкин үҫмерҙе ҡотҡара алмағандар.
Фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн барыһына ла билдәле, ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү фарыз. Бәләгә тарыған хәлдә 112 һандары буйынса ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға була.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.