Ғалимдар Асҡын ерендә үҫә31.01.2019
Асҡын районы Асҡын ауылындағы 2-се урта мәктәптә уҡыусыларҙың Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә ғилми-ғәмәли эштәргә конкурс ойошторолдо, ошо көндәрҙә уға йомғаҡ яһалды.

Бәйгенең тикшеренеү эштәре “Рус теле һәм әҙәбиәте”, “Лингвистика. Сит телдәр”, “Лингвистика. Туған телдәр”, “Тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте”, “Тирә-яҡ мөхит” номинациялары буйынса уҙғарылды. Мәҫәлән, “Лингвистика. Туған телдәр” номинацияһында Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Юлай Хәйруллин – I, ә Солтанбәк урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Әлфидә Хафизйәнова II урынды яуланы.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов билдәләүенсә, уҡыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә күрмәй тигән шикелле ҡыҙ һәм егеттәрҙе китап уҡыуға йәлеп итеү, үҙ сиратында бәләкәйҙән ғилми эштәргә ылыҡтырыу кеүек изге эштәр дауам итә.



Вернуться назад