Башҡортостан синоптиктары киләһе өс көнгә һауа торошон күҙалланы.
Бөгөн, 31 ғинуарҙа, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, аяҙытҡанда 18-23, көндөҙ 8-13 градус һалҡын була.
– Ҡыштың һуңғы айы ла бер аҙ ҡар яуыу менән башлана. Талғын елдең йүнәлеше даими үҙгәреп торор. Төндә 12-17, аяҙытҡанда 19-24 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 7-12 градусты күрһәтер, – тип белдерә “Башгидрометүҙәк” белгестәре.
Шәмбе, 2 февралдә, яуым-төшөмдөң, айырыуса республиканың төньяҡ райондарында, артыуы ихтимал. Һауа температураһында әллә ни үҙгәреш булмай.