Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сүп-сар сығарыуға бәйле халыҡтан һорауҙар ҡабул итә. Был йәһәттән ҡыҙыу линия эшләй. Илдең һәр гражданы 8-800-55-97-76 һандарына бушлай шылтыратып, был темаға ҡағылышлы һорау-мөрәжәғәттәр ҡалдыра ала. Ҡалдыҡтарҙың сығарылыуы, ниндәй хаҡ алыныуы, үҙгәрештәр булыу-булмауы тураһында хәбәр итергә мөмкин.