Башҡортостанда һалҡын тейҙереп ауырыусылар арта. Һуңғы көндәрҙә ОРВИ диагнозы 12 меңгә яҡын кешегә ҡуйылған. Уларҙың күбеһе балалар. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һалҡын тейҙереүселәр һаны эпидемия кимәленән 12 процентҡа аҙыраҡ. Грипп йоҡтороусылар әлегә рәсми теркәлмәгән. Быйыл сирҙең һуңыраҡ таралыуы көтөлә.