Камилла һәм Азалия Кейекбаевалар депутат Зариф Байғусҡаровтың ярҙамы менән Дәүләт Думаһында бер нисә тапҡыр күсмә практика үткән. Белемле, тырыш игеҙәктәргә Зариф Закир улы күптән түгел ҡиммәтле бүләк – исемле сәғәтен тапшырған.Камилла менән Азалия – буласаҡ юристар. Улар БДУ-ның Сибай институтындағы иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетында дүртенсе курста уҡый. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙҙар бындағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисткалары ла улар.
Азалия ижад менән шөғөлләнә, институтта сыҡҡан “Юлдаш” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе.