Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Сибайҙа һауаға мониторинг буйынса стационар ҡулайлама ҡуйырға тәҡдим итте.
– Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры менән бер нисә тапҡыр һөйләштем. Ул кәрәк булғандың барыһын да эшләргә әҙер.
Сибайҙағы һауаға мониторинг буйынса ҡорамалдар һатып алыуҙы һорап уға мөрәжәғәт иттем, – тине депутат. – Кешеләр артабан да борсоласаҡ. Шуға күрә ошондай стационар система ҡуйылырға, һулар һауа тураһында көн һайын объектив мәғлүмәт булырға тейеш.