Депутат кеше үлтергән30.01.2019
2017 йылдың октябрендә Ҡариҙелдә эскән килеш машинаға идара иткән өсөн район Советы депутатының водитель танытмаһын алалар. Былтыр иһә июндә киҫекһеҙ депутат йәнә эсеп, "Лада Калина" автомобиленә ултырып сығып китә һәм Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлында һулға боролғанда "Honda" мотоциклын бәрҙерә. Уның водителе фажиғә урынында йән бирә.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таный. Ошо көндәрҙә район-ара суды уны ике йыл да алты йылға иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш, уға һәләк булыусының ғаиләһенә 800 мең һум күләмендә мораль зыянды ла ҡаплатырға тура киләсәк.




Вернуться назад