“Сибай, дыши”30.01.2019
Сибайға эш сәфәре барашында Радий Хәбиров “Сибай, дыши” төркөмө әүҙемселәре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе ҡалалғы экологик хәлгә бәйле ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында һөйләне, карьерҙы һыу менән тултырыуҙың белгестәр контролендә башҡарыласағы, сибайҙар һаулығына зыян килмәйәсәге тураһында әйтте.

– Мәсьәлә хәл ителгәс, Өфөлә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Киләсәктә карьерҙа нимә буласағын берәү ҙә әйтә алмай. Минеңсә, уны рекультивацияларға кәрәк, – тине ул.


Радий Хәбиров әүҙемселәргә битараф ҡалмаған, ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
– Ошондай конструктив позицияғыҙ, беҙгә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Төркөмөгөҙҙө быйыл ирекмән премияларының береһенә тәҡдим итмәксемен, – тине республика етәксеһе.




Вернуться назад