“Афарин” программаһы ҡыҙыҡһыныу уятты.
Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбендә яңы эшкә тотоноуҙан ҡурҡмаған уҡытыусылар эшләй. Уҡытыу рус телендә алып барыла. Төрлө милләт балаларының белем алыуы менән дә үҙенсәлекле был учреждение. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе өйҙәрендә туған телендә аралаша, ә мәктәптә рус теленән башҡа инглиз, немец һәм башҡорт телдәрен өйрәнә.
Эйе, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла заман менән бергә атлай. Уларҙың һәр береһе – 20-30 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле һәм тәжрибәле педагогтар. Улар киләсәк быуынға башҡорт телен өйрәтеүгә, Башҡортостан Республикаһына, башҡорт халҡына һәм уның тарихына, мәҙәниәтенә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала.
Мәктәп уҡытыусылары быйылғы уҡыу йылынан башҡорт телен уҡытыуҙы, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына таянып, башҡасараҡ уҡытырға ҡарар иткән. Улар әҙерлек эштәрен былтырҙан уҡ башлаған. Мәктәп етәкселеге ата-әсәләргә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән альтернатив уҡытыу программаһын тәҡдим иткән. Хәҙер ата-әсәләрҙең ғаризаһы нигеҙендә ҡайһы бер кластарҙағы бүтән милләт балалары яңы предметты өйрәнә башлаған.
Яңы программа “Афарин” тип атала. Уның буйынса балалар башҡорт телен аҙнаһына берәр сәғәт өйрәнә. Программа йылына һәр береһе бишәр сәғәттән торған ете модулде үҙ эсенә ала. Уҡыусыларға дәрестәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса белем бирелә. Элеккеләренән айырмалы рәүештә, был программа, грамматикаға артыҡ туҡталмайынса, балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү маҡсатын ҡуя.
Былтыр мәктәптә “Афарин” уҡыу-уҡытыу методик комплектын һынау һәм артабан ҡулланыу перспективалары” тигән тема буйынса тәжрибә майҙансығын асыуға арналған семинар булды. Сарала Белорет районы һәм ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеүгә килгән педагогтар алдында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Баныу Астанова, Сания Шәғәлиева телмәр тотто. Улар яңы программаның маҡсаттары, бурыстары, перспективалары менән таныштырҙы. Инеш һүҙҙән һуң уҡытыусылар теорияны ғәмәлдә ҡулланыуҙы ҡарау өсөн асыҡ дәрестәргә таралышты. Гөлсибәр Шакирова III “в” класында – “Минең яратҡан китаптарым”, Илсиә Нафиҡова IV “б” класында – “Башҡорт сувенирҙары”, Баныу Астанова V “г” класында “Өй йыһаздары” темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтте.
Дәрестәрҙе ҡарағандан һуң семинарҙа ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл” янында 21-се мәктәп уҡытыусылары тәҡдим иткән программаның көнүҙәк булыуы, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәге тураһында ыңғай баһа бирҙе. Улар, тәжрибә майҙансығында эшләгән уҡытыусыларға уңыштар теләп, ыңғай тәьҫораттар алып, рәхмәттәр әйтеп таралышты.