Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов, журналистар менән осрашып, былтырғы һөҙөмтәләргә байҡау яһаны.
Етәксе белдереүенсә, идаралыҡтың эшенә анализ яһап, бүлексәләрҙең эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индереү талап ителә, тигән һығымтаға килгәндәр. Былтыр Көйөргәҙе районындағы һәм Күмертау ҡалаһындағы бүлексәләрҙе ҡушҡандар. Быйыл иһә Дыуан менән Ҡыйғы райондарындағы бүлексәләр берләштереләсәк. Уның базаһы Дыуан районы үҙәгендә – Мәсәғүттә урынлашасаҡ.
Республика суд приставтары өсөн дә үткән йыл еңелдән булмаған. Былтыр идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡулында 2,2 миллион башҡарыу эше булған, шул иҫәптән уларҙың 1,2 миллионы – суд акттары, бер миллиондан ашыуы – башҡа вәкәләтле органдарҙан.
Уҙған йылда кредитты ҡайтартыуҙы талап иткән производстволар һаны, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 37 процентҡа артҡан, ә милек һалымы буйынса – 38 процентҡа, ойошмаларҙан һалымды түләттереү буйынса 180 процентҡа күбәйгән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарға һалынған штраф йыйыуға ҡағылышлы башҡарыу эштәре 15 меңдән ашыу.
Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәт хаҡына бәйле башҡарыу эштәре – дүрт меңгә, алимент буйынса 600-гә кәм килгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бурыстарын ҡаплатыу 36 мең кимәлендә һаҡлана.
Былтыр суд приставтарына килгән башҡарыу эштәренең дөйөм күләме 90 миллиард һум тәшкил иткән, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 25 миллиард һумға күберәк.
Республикала кредиттарға бәйле бурыс һигеҙ миллиард һумға артҡан. Уның биш миллиард һумы – ойошма һәм предприятиеларҙыҡы, ике миллиард һумы – ябай халыҡтыҡы. Ойошмалар һалымды ла түләй һалып бармай икән: бындай бурыс 4,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта былтыр хеҙмәт хаҡын түләттереү буйынса килгән башҡарыу документтарының кәмеүе күҙәтелгән.
– Һалым документтарының артыуы һалым органдарының ҡаты административ саралар күреүе менән бәйле. Мәҫәлән, 2014 йылда – 29 мең, 2015 йылда – 46 мең, 2016 йылда – 88 мең, 2017 йылда – 133 мең, былтыр иһә 182 мең башҡарыу эше килде. Бурыс күләме лә үҫә: 2014 йылда – 5,4, 2015 йылда – 9,5, 2016 йылда – 17,5, 2017 йылда – 21, 2018 йылда 23 миллиард һумға етте. Әлеге мәлдә беҙҙә бөтәһе 30 миллиард һумды үҙ эсенә алған 200 мең башҡарыу эше бар, – тине Илнур Мәхмүтов.
Былтыр суд приставтары ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең 574 миллион һумын ҡайтарғандар. Был һан, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 106 миллион һумға күберәк.
Идаралыҡ хеҙмәт хаҡын түләттереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Мәҫәлән, былтыр 276 миллион һумды хужаларына ҡайтарыуға өлгәшкәндәр, шулай уҡ суд ҡарарын ваҡытында үтәмәгән 12 ойошма етәксеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатҡандар. Суд приставтары алдында был йәһәттән тағы ла эшләргә лә эшләргә әле, сөнки улар араһында 106 миллион һум хеҙмәт хаҡын ҡайтартыу бурысы тора. Етмәһә, бурыстың 60 миллион һумы банкротлыҡ процедураһында булған предприятиеларҙыҡы, ә 40 миллион һум буйынса милек һатыуға ҡуйылған.