Ауылда йәшәй табип, эшенән бәхет табып...30.01.2019
Оло яуаплылыҡ тойғоһо ҡайҙан килә?

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында фельдшер булып эшләгән Зәкир Ҡаһармановты танымаған кеше юҡтыр, моғайын. Берәүҙәр уны рентген буйынса һәйбәт белгес тип баһалай, икенселәр массаж яһауға оҫталығын өҫтөнөрәк күрә, өсөнсөләр иһә төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа тәжрибәле, тилбер фельдшер икәнлегенә инанған. Үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ ваҡыт эшләп, бер нисә йыл элек кенә тыуған ауылына ҡайтып төпләнде Зәкир Сәйғәфәр улы.

Уның был һөнәрҙе һайлауы һис тә осраҡлы түгел: әсәһе Аэлита Ҡаһар­манова ғүмере буйы тиерлек Яңы Усманда фельдшер булды. “Әллә ҡайҙа ятҡан Силәбе өлкәһенән ошонда эшкә килеп төшөп, күптәр өсөн туғанылай яҡын кешегә, ҙур бер терәккә әйләнде лә ҡуйҙы, – тип хәтерләй ололар. – Фельдшер булғас, бер ваҡытта ла ял күрмәне, көн-төн тимәне, шул арала үҙе кейәүгә сығып, туғыҙ бала табып, яҡшы тәрбиәләп үҫтерергә лә өлгөрҙө...”

Бала ғына сағынан уҡ Зәкир әсәһе менән бергә ашығыс саҡыртыуҙар буйынса сирлеләрҙең өйҙәренә йөрөй башлай. “Элек ауыл урамдары төндә яҡтыртылманы, шуға әсәйем, бәлки, мине иптәш итеп кенә алғылағандыр. Әҙерәк һәләтем, ҡыҙыҡһыныуым бар­лығын һиҙгән булһа, өйрәнһен тип тә уйлағандыр... Шулай йыш ҡына, ниндәй ваҡыт икәнлегенә ҡарамай, икәүләп сығып китә торғайныҡ. Оҙаҡ ятып ауырығандарҙың хәлен күреп, күңелемдә оҫта табип булыу, ҡаты сирҙәрҙе лә еңергә өйрәнеү теләге ҡуҙғып ҡуя ине, – тип хәтерләй ул осорҙо бөгөнгө ауыл фельдшеры. – Ләкин барыбер ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағанға тиклем атайым һымаҡ тракторсы һөнәрен үҙләштерергә хыялландым. Ҡулыма аттестат алғас ҡына, әсәйем, кәңәштәрен әйтеп, өгөтләп, Сибайҙағы медицина училищеһына уҡырға барырға күндерҙе”.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғансы егет, ауылына дипломлы йәш белгес булып ҡайтып, ай ярым самаһы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләп ала. Бер яҡтан, тәжрибә туплау мөмкин­леге тыуһа, икенсенән, әсәһе аҙмы-күпме ял итеп ҡала. Улының медицинаға һәләтлелеге Аэлита апайҙы ныҡ ҡыуандыра, әлбиттә. Ихлас ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан, киң ҡарашлы булһалар ҙа, балаларының бүтән береһе лә әсәһе һөнәрен һайламаған шул.

Бәхетенә күрәлер инде, Зәкир армияла ла дауалау эше менән мәшғүл була: ике йыл буйы медицина-санитария часында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, әсәһе уны, хаҡлы ялға сығыр мәл етеп килә тип, үҙенең урынына әҙерләй башлай. Эше күңеленә ятһа ла, оҙаҡ тора алмай ауылда егет – бер йыл тирәһе үткәс, Себер тарафы­на юллана. Ни тиһәң дә, туҡһанынсы йылдар, тотороҡһоҙлоҡ, аҡсаһыҙлыҡ...

Әммә был юлы ла һөнәре Зәкиргә хыянат итмәй – уны барған ерендәге дауаханаға эшкә алалар. Йәнә ике йылдан һуң, сираттағы ялын алып ҡайтҡас, егетте ата-әсәһе Себергә кире бармаҫҡа өгөтләй. “Һин, унда йөрөп, мәрйәнән кәләш алып ҡуйырһың”, – тип ҡурҡыу белдерәләр. Ысынлап та, Зәкир ғаилә бәхетен үҙенең тыуған ерендә татырға тейеш булған икән...

Иҫке Собханғол ҡыҙы Зөлфирә менән уртаҡ тормош ҡорғас, район үҙәгендә йәшәй башлайҙар. Зәкир Ҡаһарманов район үҙәк дауаханаһына ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры булып эшкә урынлаша. Белгестәр етешмәү сәбәпле, башҡа вазифа­ларҙы ла йыш үтәргә тура килә, әлбиттә. Бер мәл, массаж яһау хеҙмәтенә ихтыяж артҡас, уны Өфөгә ебәреп, шул һөнәр буйынса курстарҙа уҡытып алалар. Ике йылдан, рентген кабинетында ҡатындарға эшләүе ауыр тип, тағы бер квалификация алырға күндерәләр. Зәкир Сәйғәфәр улының үҙәк район дауаханаһында эшләгән һуңғы 11 йылы шул рентген кабинеты менән бәйле була.

Артабан ул шәхси массаж салоны асырға тәүәккәлләй. Дауаханала эшләгәнендә үк оҫталығы менән танылған белгескә клиенттар эҙләп күп йөрөргә тура килмәй. Тик ике йылдан, әсәһе лә, атаһы ла ныҡ ауырып киткәс, Зәкир Ҡаһарманов ғаиләһе менән тыуған ауылына күсенеп ҡайтырға була. “Түшәккә ятҡан кешене медицина белгесенән дә яҡшыраҡ ҡараусы булмаясаҡ. Үҙ балалары икән – бигерәк тә хәйерле”, – тип уйлай ул. Ҡатыны ла йәһәт ризалаша, мал, ҡош-ҡорт тотҡом, йәшелсә-емеш үҫтергем килә, ә бында, район үҙәгендә, ундай мөмкинлек тә юҡ, тигән була. Балалары Зифа, Илүзә, Урал һәм Рәсүл дә күңелдәре менән атайҙары тыуып үҫкән яҡҡа тартыла.

Һуңғы йылдарҙа Зәкир Ҡаһарма­новҡа һәм уның туғандарына ҙур юғал­тыуҙар кисерергә тура килде – Аэлита инәй менән Сәйғәфәр апа бер-бер артлы тиерлек гүр эйәләре булды. Шуныһы яҡшы: улдарының, ҡыҙҙарының хәстәрлегенән өҙөлмә­неләр.

Ауылға табип ҡайтты... Төрлө һынауҙар аша үткәреп, белемен дә, тәжрибәһен дә алдыртып, Аллаһ Тәғәлә тыуған еренә ҡайтарып төпләндерҙе Зәкир Ҡаһармановты. Бығаса фельдшерҙарҙың йыш алмашынып тороуы, барыһының да ҡатын-ҡыҙ булыуы арҡаһында Яңы Усман ирҙәренең күпселеге медпунктҡа йөрөүҙе онотоп торған икән. Өйгә саҡыртыу тураһында әйтәһе лә түгел – ғорур ғаилә башлыҡтары, хәлһеҙ­лә­неп түшәккә ауып китһә лә, теле­фонға үрелмәй. “Фельдшер ҙа әҙәм затынан бит, ире, балалары бар. Ни өсөн бушҡа бәлә һалайым мин уға, ҡатын кешегә?” – тиҙәр. Шулай был донъянан үтеп тә китәләр...

Хәҙер ауылдағы ир-ат һаулығына бәйле шик-шөбһәһен йәшермәй, Зәкир Сәйғәфәр улы менән кәңәшләшергә форсатын табып ҡына тора. Һуңғы осорҙа уларҙың байтағы йүнәлтмә менән республика дауаханаларына барып күренеп, сәләмәтлеген нығы­тып ҡайтты, операция яһатыу­сылар, инвалидлыҡ юллаусылар ҙа артты. Хәйер, ҡатын-ҡыҙ ҙа, балалар ҙа фельдшерға йыш мөрәжәғәт итә. Күп нәмәне һәйбәт белә, хатта массаж да эшләй бит. Әсәһе һымаҡ һәр ауырыу тураһында ентекләп һөйләй, дарыуҙар ғына түгел, һүҙе менән дә дауалай, тиҙәр.

Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге лә Зәкир Ҡаһармановтың хеҙмәтен күрмәй тормай. Быйылдан уны “Ауыл фельдшеры” программаһына ҡатнаш­тырғандар. Әлбиттә, Яңы Усман уҙаманына яҡташтарының һаулығын хәстәрләү бәхете мөһимерәк. “Аллаға шөкөр, ауылда тыуым арта. Сабыйҙар медпунктҡа күберәк килгән һайын үҙебеҙҙең бала саҡ, әсәйемдең эше иҫкә төшә. Бик кәрәкле һөнәр һайла­ғанмын, кешеләргә ярҙам итә алам, тип ҡыуанам һәр саҡ. Медицина ми­нең өсөн – оло яуаплылыҡ”, – ти ул.


Вернуться назад