Борай районында уҡыу алдынғыларының слетын ойоштороу традицияға ингән. Ошо көндәрҙә район үҙәге Борай ауылында иң-иңдәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте.
2017/2018 уҡыу йылын 343 ҡыҙ һәм егет тик “5” билдәләренә генә тамамлаған, ә “Уҡыуҙағы уңыштар өсөн” миҙалы менән 35 сығарылыш уҡыусыһы бүләкләнгән. Борайҙарҙың Башҡортостан ғына түгел, ә Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ла еңеү яулауы маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, VIII класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлиева (Борай ауылының 2-се гимназияһы) менән XI класс уҡыусыһы Марат Шафиҡов (Борай ауылының 3-сө мәктәбе) бишәр предметтан юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм икешәр предметтан призер булған.
Борай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов белдереүенсә, мәғариф тармағын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, балалар – беҙҙең киләсәк тигән девиз менән йәшәй һәм эш итә педагогтар. Яҡшы тәрбиә – яҡшы балалар принцибынан тайпылмай уҡытыусылар.