“Пенсия эш хаҡының кәмендә 40 процентына етергә тейеш”30.01.2019
Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең матбуғат конференцияһында әйтте. Ул шулай уҡ Рәсәй парламенты ҡарауына тәҡдим иткән башҡа закон проекттары тураһында һөйләне һәм ҡайһы бьер ҡанундарҙың үҙенсәлектәрен дә аңлатты.

Урманда сыбыҡ-сабыҡ йыйырға рөхсәт иткән ҡағиҙәне, мәҫәлән, урындарҙа яңылыш аңлағандар икән, шуға күрә полицияның ҡороған ағас тейәп ҡайтып килгән крәҫтиәндәрҙе туҡтатҡан һәм штраф һалған осраҡтары ла булған.

“Был Урман хужалығы министрлығының муниципалитеттарға хата күрһәтмә биреүе арҡаһында килеп сыҡҡан”, – тине депутат. – “Ҡабатлап әйтәм: урманға ҡороған ағас алырға барыр өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй, балта һәм бысҡы алыуҙы ла бер кем дә тыйырға тейеш түгел”.


Вернуться назад