Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт” тураһындағы Законға индерелергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.
Яңы документ хәрби иҫәпкә тороуҙы ябайлаштыра, атап әйткәндә, граждандарға ғәмәлдә йәшәгән урынындағы хәрби комиссариатта теркәлергә рөхсәт итә.
Быға тиклем граждандар прописка буйынса теркәлгән урынында ғына хәрби иҫәпкә торорға тейеш ине. Мәғлүм булыуынса, юғары уҡыу йорттарында белем алған армия йәшендәге егеттәр төрлө сәбәптәр арҡаһында ғәмәлдә йәшәгән урынында пропискаға тора алмай, был бигерәк тә Мәскәү йәки Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа уҡығандарға ҡағыла. Һөҙөмтәлә улар хәрби иҫәпкә ҡуйылмай, армия сафына саҡырылмай.
Төҙәтмә индерелгәндән һуң граждандарға ғәмәлдә йәшәгән һәм ваҡытлыса төпләнгән урынында хәрби иҫәпкә тороу бурысы йөкмәтелә. Шулай уҡ телгә алынған граждандар һәм билдәле урынға килеп, өс айҙан ашыуға төпләнгән, әммә пропискаға тормаған кешеләр хәрби комиссариат тарафынан ғәмәлдәге тәртип һәм форма буйынса ғаризала күрһәткән урында (уҡыу йорто) иҫәпкә ҡуйыласаҡ.
РФ Дәүләт Думаһының Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты Рәйесе урынбаҫары Анатолий Выборный фекеренсә, процедураны ябайлаштырыу армияға саҡырыу кампанияһының һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ:
– Хәрби көстәрҙе тейешле әҙерлектә тотоу – Рәсәй оборона министрлығының төп бурыстарының береһе. Яңы ҡабул ителгән үҙгәрештәр хәрби иҫәптең ысынбарлыҡтағы картинаһын асыҡларға ярҙам итәсәк. Унан тыш, Законға индерелгән үҙгәрештәр теге йәки был сәбәптәр менән ғәмәлдә йәшәгән урынында пропискаға тора алмаған граждандар өсөн бюрократик ҡаршылыҡтарҙы бөтөрәсәк, хәрби комиссариаттарҙа иһә армия сафына саҡырылыуҙан ҡасып йөрөгән егеттәрҙе эҙләү көсөргәнеше кәмейәсәк.