Урлатабыҙ ниңә Урал ташын?..30.01.2019

Тәбиғи таш карьерҙарын талауға ҡаршы көрәш дауам итә.

Башҡортостан биләмәһендә рөхсәтһеҙ тәбиғи таш сығарылыуы һәм был эштең тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе, урындағы халыҡҡа һәм ҡаҙнаға файҙаһы булмауы тураһындағы борсоулы хәбәр республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ вазифаһына тотонғас та уның башланғысы менән киң билдәлелек алғайны. Ә бит, уйлап ҡараһаң, проблема электән килгән, ләкин ваҡытында хәл итмәгәндәр. Бөгөн ошо законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу, уны ҡануни нигеҙҙә ойоштороу буйынса ниндәй саралар күрелгән, һәм был мәсьәләнең киләсәге нисек төҫмөрләнә?

Тарихы ла яманатлы...

“Был яҡтарҙа “ҡоҙғондар” үтә лә күбәйеп китте. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһында ойошторолған бәләкәй предприятие йәшмә менән базальттан ҡиммәтле әйберҙәр эшләү өсөн сеймал сығарыуға бер ниндәй рөх­сәтһеҙ тотонған. Яңыраҡ урланған таш тейәлгән машинаны Сибайға инеп килгәндә тотҡарлайҙар. Көпә-көндөҙ ажар егеттәр һигеҙ кубометр йәшмә алып ҡайтып килгән... Башҡортостан Юғары Советының сессияһында шундай мәғлүмәт әйтелде: “Учалы районында таш урлау осраҡтары йышайҙы. Ә йәшмәнең бер кубометры ярты миллион һум тора. Унан бер нисә миллион долларлыҡ тауар әҙер­ләргә мөмкин... “Карат” предприя­тиеһына был енәйәт өсөн штраф һалынған, әммә уның күләме бик бәләкәй...”
Был юлдар – “Башҡортостан” гә­зитенең 1993 йылдың 19 ғинуа­рын­да сыҡҡан “Башҡорт йәшмә­һенә кем хужа?” тигән мәҡәләнән алынды. Тимәк, республикалағы карьерҙарҙан рөхсәтһеҙ тәбиғи таш (шул иҫәптән – аҫыл һәм ярым аҫылташ) сығарыу, артабан уны күпләп ситкә оҙатыу байтаҡ йылдар инде дауам итә.

Һәләкәттән көтмә бәрәкәт

Ундай эште законһыҙ тип атау ғына аҙ әле, Радий Фәрит улы Бай­маҡ районында ошо карьерҙарҙы ҡарап йөрөгәндә быны һәләкәткә тиңләгәйне. Ысынлап та, меңдәрсә, бәлки, миллиондарса йылдар буйы барлыҡҡа килгән тәбиғи байлыҡ тиҫтә йыл самаһы әрәм-шәрәм ителһен әле! Был “эшҡы­уарлыҡ”тың һәләкәтле эҙемтәһен киләсәк кенә түгел, хәҙерге быуын да күрмәй ҡалмаясаҡ. Бөтә иҡти­сади ҡеүәтте эшкә егеп тә кире ҡайтарып булмай торған был байлыҡ республиканан ситкә ағыла ине. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әйтеүен­сә, ошо райондың Темәс ауылы эргә­һендәге карьерҙан ғына ла һуңғы ярты йылда 1 миллиард 200 миллион һумлыҡ тәбиғи таш сы­ғарылған, ә Мәскәү, Питер һәм баш­ҡа ҙур ҡалаларҙа уны ошо хаҡ­тан биш-ете тапҡырға ҡыйбаты­раҡҡа һаталар. Бының ниндәй ҙур суммаға барып баҫыуын һәм шул уҡ ваҡытта ҡаҙнаға бер тин дә һалым түләнмәүен күҙ алдына баҫтыр­һаң, иҫ-аҡыл китерлек. Ә бит карьер тирәһен таҙартыу һәм юл һалыу өсөн күпме урман ҡырҡыла... Былар бөтәһе лә рөхсәтһеҙ башҡа­рыла.

Әйткәндәй, Зариф Закир улы, депутат булараҡ, тыуған яғының тәбиғәтен вәхшиҙәрсә эшкәртеүҙе (дөрөҫөрәге, урлауҙы) туҡтатыуҙы һәм хәлдең сәбәптәрен тикшереүҙе һорап прокуратураға, Эске эштәр министрлығына, республика Хөкүмәтенә, “Россельхознадзор” һәм башҡа ойошмаларға 25 тапҡыр хат менән мөрәжәғәт иткән. ”Тәбиғи таш сығарыуға лицензия алғанһың икән, сығарылған күләм буйынса йыл һайын отчет бирергә тейешһең, – ти ул. – Был ҡатламлы таш – үтә ҡиммәтле материал. Әммә улар бик аҙ ғына күләмде күрһәтә йә бөтөнләй яҙмай. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иһә был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшереп тә тормай, лицензияны оҙайта, артабан сираттағы карьерҙы эшкәртергә рөхсәт бирә”.

Исемдәре билдәле лә бит...

Рөхсәтһеҙ тәбиғи таш сығарған (дөрөҫөрәге, урлаған) ойошмалар­ҙың күпме булыуы һәм уларҙың исем-шәрифе ошоға саҡлы аныҡ ҡына билдәле түгел ине һәм был аңлашыла ла: кем башҡаларға күрһәтеп урлашһын... Һуңғы айҙар­ҙа ғына бер аҙ асыҡлыҡ индерелде: был эш менән барлығы 28 предприятие шөғөлләнә икән. Был һан, аңлашыла, гәзит уҡыусыларға бер нимә тураһында ла һөйләмәй һәм бының да сәбәбе сер түгел: был әҙәмдәрҙең бөтә маҡсаты – йәшертен эшләү. Лицензия өсөн һәм дәүләткә, урындағы ҡаҙнаға һалымдар түләмәү арҡаһында йәмғиәтебеҙ тиҫтәләрсә миллион һум алып еткермәгән. Ә был – төҙөлмәгән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, йүнәтелмәгән юлдар тигән һүҙ. Уныһы әле бер хәл, тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды кем ҡаплар ҙа, кемдәр һәм ниндәй аҡсаға рекультивация яһар? Бынан тыш, ауыр йөк тейәгән авто­ма­шиналарҙың юлдарҙы боҙоуын, сабын­лыҡтарҙың юҡҡа сығыуын, мал-тыуарҙың төбөндә таш ятҡан соҡорҙарға төшөп имгәнеүен һәм башҡаларҙы иҫәпкә алһаҡ, зыян­дың күпкә ҙурыраҡ булыуы, уның күләмен аныҡ билдәләп тә булмауы нығыраҡ аңлашыла төшөр.

Ләкин иң ғәжәбе шул: был киң ҡо­ласлы башбаштаҡлыҡ һәм тәби­ғәт­кә ҡарата вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт тураһында бөтә халыҡ белеп-күреп торған, ә төрлө кимәлдәге структуралар һәм түрәләр һис ниндәй сара күрергә ашыҡмаған. Радий Фәрит улы үҙе барып хәлде асыҡ­ламаһа һәм рөхсәтһеҙ ҡылынған был эреле-ваҡлы предприятие­ларҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға ҡушмаһа, хәлдең ни менән барып бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын булыр ине. Хәйер, бер нәмәне күҙаллауы ауыр түгел: тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплап, Урал ҡаяларын ҡабаттан тергеҙеп булмай.

Бөгөнгө хәл нисек?

– Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министр­лығы республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу­сы Радий Хәбировтың ер аҫтын файҙаланыу даирәһендә тәртип булдырыу һәм дөйөм таралыуҙағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡаршы көрәшеү буйынса күрһәтмәләрен үтәүҙе дауам итә, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.

Министрлыҡтың урындарҙағы ойошмалары прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәте һәм Үлсәү контроле хеҙмәте белгестәре менән бергә ҡаҙылма байлыҡты законһыҙ сығарыу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән рейдтар үткәрә. Былтыр ер аҫты тураһындағы ҡануниәт талаптарының үтәлешен күҙәтеү маҡсатында ошондай 570 сара тормошҡа ашырылған, улар һөҙөмтәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 330 осрағы теркәлгән. Был законһыҙ эшмәкәрлек буйынса 367 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, һалынған штраф суммаһы 20 миллион һумдан артығыраҡ.

Үткән йыл дөйөм файҙа­ла­ныу­ҙағы ҡаҙылма байлыҡты рөхсәт­һеҙ сығарыуҙың 160 осрағын асыҡ­лағандар, был законһыҙ ҡаҙып алынған таштың күләме 35 мең кубометрҙан ашыу тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә дөйөм күләме 7 миллион 872 мең һумлыҡ 161 административ штраф һалынған. Шул иҫәптән ете ойошма биш миллион һумға яуаплылыҡҡа тартты­рылған, вазифалы 33 кешенән, дөйөм алғанда, бер миллион, ә ике шәхси предприятиенан йәмғеһе 60 мең һум түләтелгән, ҡалған административ штрафтар физик шәхес­тәргә һалынған.

Илдус Рафаҡ улы әйтеүенсә, ҡаҙылма байлыҡтарҙы рөхсәтһеҙ сығарыу арҡаһында дәүләткә килте­релгән зыян да асыҡланған: 66 материал нигеҙендә ул 31 миллион һумдан ашыуыраҡ! Былтыр ноябрь һәм декабрь айҙарында Иглин районында законһыҙ ҡом-ҡомташ сығарыуҙың – өс, Ҡырмыҫ­ҡалы районында бер осрағы теркәлгән, улар буйынса материалдар енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған.

Үткән йыл ноябрҙә Баймаҡ районында ҡатламлы таш сығарыу буйынса ике урында рөхсәтһеҙ эшмә­кәрлек асыҡланған, был мәлгә елғыуар әҙәмдәр 19 мең кубометр­ҙан артығыраҡ таш ҡаҙып та өлгөргән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 26 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.
Былтыр ер аҫты байлығын закон­һыҙ файҙаланыуҙың иң күп осраҡтары Баймаҡ, Белорет, Дыуан, Мәләүез, Иглин, Миәкә, Көйөргәҙе һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына тура килә. Уҙған йыл ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға бирелгән 80 лицензияның ғәмәлдә булыу ваҡыты туҡтатып торолған (шул иҫәптән 71 лицензия шарт­тарҙы тупаҫ боҙоу арҡаһында), 42 лицензия иһә ғәмәлдән сыға­рылған.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр менән дә сығыш яһай, улар ер аҫты хазиналарын файҙаланыуҙа асыҡлыҡты арттырыуға һәм ошо тирәлә йәшәгән халыҡтың социаль-иҡтисади, экологик мәнфәғәттәрен күҙәтеүгә йүнәлтелгән.

Тәбиғи байлыҡты рөхсәтһеҙ сығарыуға юл ҡуймау буйынса берлектәге эш-хәрәкәттәрҙе көйләү маҡсатында министрлыҡ ғинуар аҙағында Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарында кәңәшмәләр үткәреүҙе планлаштырған. Уларҙа ер аҫтын файҙаланыусылар, муниципаль райондар башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад