Административ кәртәләр булдырғандар ришүәт бирергә мәжбүр итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, власть коррупцияны танырға һәм уға ҡаршы көрәшергә тейеш, тип белдерҙе. “Бер нәмә лә булманы, бөтә түрәләр ҙә закон алдында таҙа тигән ҡараш тыуҙырыу зарурлығы юҡ”, ти ул. Республика етәксеһе халыҡ алдында идарасыларҙы һайлау һәм күсереү системаһына һорауҙар күп булыуын да билдәләне.
– Беҙҙә шундай хәл: ҡайһы бер башлыҡтар унар йыл буйы үҙҙәренең хеҙмәт урындарында ултыра һәм ҙур ғауғанан һуң ғына вазифаһынан китә. Вазифаларын оҙағыраҡ һаҡлау яғын ҡарап, тиҫтә йыл буйы бер ҡайҙа ла күренмәйенсә, бигүк көс һалмайынса ғына ултырыуҙары тағы ла зыянлыраҡ, – тине Радий Хәбиров.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң эш күрһәтмәгән, халыҡ мәнфәғәте өсөн тир түкмәгән түрәләр үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырырға тейеш кеүек. Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә юҡҡа ғына был мәсьәләне күтәрмәй. Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһына был мәсьәләне тикшереүгә сығарыуҙы ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ бер-бер артлы ике һәм унан да күберәк мөҙҙәткә муниципалитет башлығы вазифаһын биләүгә юл ҡуймаҫҡа тәҡдим итте. “Ике тапҡыр башлыҡ булыу ҙа уйлағандарҙы бойомға ашырыу һәм үҙеңдең ҡеүәтеңде күрһәтеү өсөн артығы менән етә. Файҙалы етәкселәр эшһеҙ ҡалмаясаҡ”, – ти Радий Фәрит улы.
Рәсәй Генераль прокуратураһының коррупция буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан яҡшылар рәтендә тормай. Мәҫәлән, былтыр тәүге алты айҙа ришүәт алыу буйынса Ростов өлкәһе беренсе урында булған, унда 130 енәйәт теркәлгән. Уның артынса Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләре килә. Башҡортостан 60 енәйәт менән етенсе урында. Әле Рәсәйҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ришүәт алыу осраҡтары бер ҙә кәмемәй. 2017 йылда республикала ошондай 62 енәйәт ҡылынһа, былтыр алты айҙа уҡ был план “үтәлгән”.
Дөйөм 2018 йыл һөҙөмтәләренә туҡталғанда, республика прокуратураһы коррупция йүнәлешендәге 3500 закон боҙоу осрағын асыҡлаған, вазифалы 1675 кеше дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 61 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Раҫланмаған килем иҫәбенә алынған милекте тартып алыу буйынса бөтәһе 99 миллион һумға биш ғәйепләү белдерелгән. Суд ҡарары менән намыҫһыҙ чиновниктарҙан 43 миллион 650 мең һум Рәсәй ҡаҙнаһына ҡайтарылған.
Әле төбәк прокуратураһы законһыҙ бүләктәр алыу менән мауыҡҡан етәкселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса эште әүҙемләштергән. Былтыр ошо йүнәлештә прокурор ҡарары менән 16 ойошмаға бөтәһе 8 миллион 700 мең һум штраф һалынған.
Күҙәтеү органы, 38 мең норматив актты һәм проектты тикшереп, коррупция билдәләре булған 1 700 положениены асыҡлаған.
Былтырғы йыл ришүәтте асыҡлау буйынса айырыуса “уңышлы” булды. Еңел байырға теләүселәрҙең рәтен полиция хеҙмәткәрҙәре, прокурорҙар, һалым инспекторҙары, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре лә тулыландырҙы. Закон һағында торған, халыҡ именлеге хаҡына хеҙмәт итергә власҡа килгән әҙәмдәрҙең ҡылғандары башҡа һыйғыһыҙ. Бер һыйыр көтөүҙе бысрата тигәндәй, ошондайҙарҙың насар ҡылығы намыҫлы хеҙмәт иткән меңәрләгән хеҙмәткәргә лә ҡарашты үҙгәртә төҫлө.
“Ришүәтселеккә сик ҡуйыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?” тигән һорауға прокуратура хеҙмәткәре: “Власта административ кәртәләр булдырған кешеләр башҡаларҙы ришүәт бирергә мәжбүр итә. Улар, мәсьәләне ғәҙел юл менән хәл итә алмағас, бүтән юлдарҙы эҙләй башлай. Шуға ла ундай эштәрҙе алдан асыҡлаһаҡ, иҫкәртеү саралары күрһәк, коррупцияны кәметеүгә өлгәшәсәкбеҙ”, – тине.