"Бер ниндәй кәртә юҡ: йыйығыҙ!"29.01.2019
Башҡортостан урмандарында ҡоро-һарыны, тәбиғи рәүештә ҡолаған, серегән ағастарҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, рөхсәт биргән документтарһыҙ йыйырға мөмкин, тип белдерҙе Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров журналистар менән осрашыуҙа.

“Шулай килеп сыҡҡан: республиканың Урман хужалығы министрлығынан урындарға хаталы аңлатма ебәрелгән, – тине ул. – Был ведомство менән берлектә оператив кәңәшмә үткәрҙек. Улар элеккеһе урынына яңы хат ебәрҙе. Ғөмүмән, республика урмандарынан ҡоро-һары йыйыуға бер ниндәй кәртә юҡ. Йылдың ҡайһы миҙгеле булыуы ла, ниндәй техникала барыу ҙа әһәмиәткә эйә түгел – барыһы ла рөхсәт ителә”.

Әйткәндәй, илдең башҡа субъекттарында был йәһәттән сикләүҙәр бар: ҡайҙалыр ҡоро-һары йыйыуға транспортта барырға ярамаһа, икенсе ерҙә бысҡы йә балта ҡулланыу тыйыла, шулай уҡ бәғзе урындарҙа ҡороған ағастың ҙурлығы иҫәпкә алына.


Вернуться назад