Илеш районында төньяҡ-көнбайыш район-ара “Ғаилә” үҙәге бүлексәһендә быйыл тәү тапҡыр “Әкиәттә ҡунаҡта” тип аталған ғаилә байрамы уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙың олоһона ла, кесеһенә лә һәләттәрен күрһәтергә уңайлы мөмкинлек тыуҙы. Ата-әсәләр өсөн “Баланың тормошонда әкиәттең әһәмиәте” тип аталған темаға психолог консультацияһы ойошторолдо. Викториналар ҙа, күмәкләп төшөргән һүрәттәр ҙә сараны мауыҡтырғыс итте.
Ә балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары менән бергәләп ҡағыҙҙан театр маскалары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды. Ҡатнашыусылар иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде, сара күңелле сәй табыны артында дауам итте.