Шахтаға һыу тултырыла29.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында 20 мартҡа тиклем шахталарға һыу тултырылырға тейешлеген белдерҙе.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, карьерҙы һыу менән тултырыу 1 февралдә башланасаҡ. Был эш барышы мөһим һәм техник йәһәттән ҡатмарлы. Ә карьерҙағы һыуҙы, кислород барлыҡҡа килмәһен өсөн, шаҡтай ваҡыт һурҙырмаясаҡтар.

– Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Шуға ла 1 февралгә тиклем тамамлай алмаясаҡбыҙ, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. – 20 мартҡа шахтаға һыу тултырылырға тейеш.


Әле карьерға тәүлегенә 15 мең кубометр – балсыҡ-тау тоҡомо, 56 мең кубометр һелтеле һыу тултырылған, 23 берәмек техника эшләй.



Вернуться назад