Йәштәр... Сибайҙа ҡалһын ине29.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай буйлап эш сәфәре барышында ҡала балалар художество мәктәбендә булды.

Мәғариф ойошмаһы директоры Флорида Ҡәҙерғолова уға мәктәптә 700-гә яҡын баланың белем алыуы тураһында һөйләне. Белем усағы бинаһы 2015 йылда сафҡа индерелгән.

Радий Хәбиров уҡыу кластарын ҡарап сыҡты, балсыҡтан төрлө әйберҙәр яһаған ҡыҙҙар менән фотоға төштө. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәштәр тыуған ҡалаһында, республикабыҙҙа уҡырға һәм эшләргә ҡалһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.

– Беҙҙең йәштәрҙең бүтән төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе тураһында ишетһәм, ҡыйын булып китә. Киреһенсә, улар үҙебеҙҙә ҡалһын ине. Тимәк, вуздарҙы үҫтерергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад