Аҙашҡан орден29.01.2019
Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылынан Ғәбдрәшит (Рәшит) Исламғолов Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылдың апрелендә алына. Иң аяуһыҙ, ҡанлы һуғыштың алғы һыҙығында була яугир. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы ғәрәсәт эсендә ике йыл йөрөргә тура килә уға. 1944 йылда ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, ауыр контузия алған һалдат артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яҡтарына ҡайтарыла.

СССР Юғары Советы президиумының 1985 йылдың 11 мартындағы Указы нигеҙендә Р.А. Исламғолов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнергә тейеш була. Әммә ул Мәскәүҙән ебәрелмәй тороп ҡала. Награда Оборона министрлығының Үҙәк архивынан былтыр йәй Өфө ҡалаһына оҙатылып, нисәмә йылдан һуң ғына, ниһайәт, үҙ хужаһын “эҙләп тапты”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшит Абдрахман улы был бәхетле минуттарҙы үҙе күрә алмай, 1987 йылда мәрхүм була.

Ошо көндәрҙә орден батырҙың ҡатыны Нурия Сәғиҙулла ҡыҙына тапшырылды.


Вернуться назад