Белорет ҡалаһының Тургенев урамында йортҡа ут тоҡаныуы хаҡында хәбәр алыу менән янғын һүндереүселәр, "Ашығыс ярҙам", полиция, газ һәм электр селтәре хеҙмәткәрҙәре бәлә урынына ашыға. Бер ҡатлы ағас өйҙө ялмап алған утты һүндереп бөткәс, ҡотҡарыусылар емереклек араһынан 8 йәшлек ир һәм 62 йәшлек ҡатын мәйетен таба.
Әле тәртип һаҡсылары фажиғәнең сәбәбен тикшерә.