Бөгөн иртән Шереметьево аэропортында Өфөгә осорға тейешле самолет ашығыс ергә төшөргә мәжбүр булған. Сәбәбе – транспортҡа ингәндә өс айлыҡ бала үҙен насар тоя башлаған, уға тын алыуы ауырлашҡан.
Һөҙөмтәлә самолет осошо ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡталған. Пассажирҙар әйтеүенсә, "тимер ҡош"тоң ергә төшөүе киҫкенерәк килеп сыҡһа ла, бөтәһе лә һәйбәт булған.
Өфө аэропортында иһә баланы ренимация хеҙмәткәрҙәре көтөп торған.