“Беренсе тәүлек һөҙөмтәһе: 58 тикшереү барышында 13 йәшерен һатыу нөктәһе... Һәм был эштең башы ғына. Яҡын арала беҙ Әбйәлил районында спиртлы эсемлектәр һатҡан әҙәм аҡтыҡтарын ҡаты иҫкәртәсәкбеҙ. Бындай “эшҡыуарҙар” беҙҙең халыҡтың геноциды менән шөғөлләнә бит. Ундай эсемлекте ҡулланыуҙың һөҙөмтәһе бөтәһенә лә яҡшы таныш. Был – унар меңләгән фажиғә һәм йыл әйләнәһенә һынған яҙмыштар. Быға юл ҡуймауҙың законлы юлдары бар, һәм беҙ уны эшләйәсәкбеҙ, һәр райондың һәр бәләкәй ауылына тиклем барып етәсәкбеҙ. Аҙаҡ йәлләү талап иткәндәргә алдан уҡ әйтәм: бының файҙаһы булмаясаҡ. Үлем менән сауҙа итеүҙе хәҙер үк туҡтатығыҙ. Әгәр һеҙҙең туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ бының менән шөғөлләнә икән – зинһар өсөн ошоларҙы уларға еткерегеҙ. Оялмайынса күҙҙәренә ҡарап үҙ күршеләрен үлтереүселәргә беҙҙең республикала урын юҡ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Был республика етәксеһенең ялған алкоголь һатыусыларға ҡаршы асҡан көрәше тураһындағы белдереүе.
28 ғинуар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса хеҙмәткәрҙәре рейд үткәреп, ялған алкоголь һатыусыларҙы асыҡланы һәм эшмәкәрлеген туҡтатты. Тикшереүҙәр Асҡар, Ишҡол, Сиҙәм, Михайловка, Тупаҡ, Рауил, Зеленая Поляна, Атауҙы ауылдарында үтте. 13 законһыҙ һатыу нөктәһенән 90,5 литр алкоголь һәм спиртлы тауар тартып алынған. Уларҙың һәр береһенә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған.