“Шартлатҡыс һалынды! Беҙ иҫкәрттек!”29.01.2019
Рәсәй ҡалаларындағы кеүек, Башҡортостанға ла дәүләт учреждениеларына шартлатҡыс һалыу тураһындағы ялған хәбәрҙәр килеп етте. Бөгөн ҡайһы бер ведомстволар “иҫкәртеү” хаттары алды.

“Хәйерле көн! Бер нисә дәүләт учреждениеһына шартлатҡыс һалынды. Эвакуация яһалмаһа, ҡорбандар буласаҡ. Беҙ һеҙҙе иҫкәрттек. Барыһына ла алдан хәбәр итә алманыҡ, әлбиттә. Шуға күрә бөтә дәүләт ойошмаларын, атап әйткәндә, хөкүмәт, хакимиәт, идаралыҡ, министрлыҡ биналарын тикшерегеҙ!“ – тиелгән ниндәйҙер “мәғариф бүлеге”нең хатында.


Өфөлә эвакуация саралары башланды. Мәҫәлән, “Нестеров” бизнес үҙәгендә репродуктор аша бинанан сығыуҙы һорағандар. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм кинологтар эшләгән. Әйткәндәй, сауҙа үҙәктәренең береһендә һәм медицина учреждениеһында ла ошондай уҡ хәл булған. Республика райондарының береһендә муниципалитет хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған.

Мәғлүм булыуынса, бомба һалыу тураһындағы белдереүҙәр Томскиҙа, Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Краноярскиҙа, Кемеровола һәм бүтән ҡалаларҙа ла таратылған.





Вернуться назад