Ауылдарҙа аҫыл ғаиләләр бар29.01.2019

Мәһәҙиевтәргә миһырбанлыҡ һәм эшһөйәрлек хас.

Ауыл – милләтебеҙ бишеге, тибеҙ. Ысынлап та, ошоғаса милли сәнғәтебеҙҙе данлаған бихисап артистарыбыҙҙың, әҙәбиәтебеҙҙе танытҡан билдәле шағир һәм яҙыусыларыбыҙҙың, фән донъяһында исемдәре танылған ғалимдарыбыҙҙың күпселеге – ауылда тыуып үҫкән шәхестәр. Ә бөгөн хәлдәр нисек һуң? “Ауылдар бөтә, ҡартая” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Баймаҡ районының Һаҡмар ауылына юлланғаныбыҙҙа ла күңелдә ошондайыраҡ уйҙар ҡайнашты.

Һаҡмар ауылына (халыҡ телендә – Ҡаҡтуғай) 1931 йылда “Һәүәнәк” совхозының 2-се фермаһы пункты булараҡ нигеҙ һалына. Тәүге йылдарҙа башлыса рус милләтле халыҡ йәшәй. Быны мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та раҫлай: унда күпселек рус фамилиялары теҙелгән.

1941 йылдың яҙында республи­каның көньяҡ-көнсығыш район­дарын­дағы сиҙәм ерҙәрҙе үҙләш­тереү хаҡында партия саҡырыуын ҡабул итеп, Илеш районынан егермеләп ғаилә ошо төбәккә күсеп ултыра. Һуғыштан һуң башҡорт ғаиләләре лә ишәйә. Һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, бөгөн ауыл халҡының 90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Бына шундай үҙенсәлекле ауыл ул Һаҡмар-Ҡаҡтуғай. Ҡасандыр йәйрәп ятҡан ерҙәрҙе биләгән, гөрләп эшләгән “Һәүәнәк” совхозы тарҡалғас, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә, башҡа­ларҙан ҡалмай донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша.

Ауылда малсылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнгән бөтмөр ғаиләләр күп. Мәҫәлән, яңы 30-ға аяҡ баҫҡан Гөлфиә менән Илфат Сәфәрғә­линдәр – бынан туғыҙ йыл элек крәҫтиән хужалығы ойоштороп ебәргән йәш ғаилә. Элекке буш торған ферманы һатып алып, һөт етештереүҙе яйға һалалар. Әле Сәфәрғәлиндәрҙең 60 баш һауын һыйыры, 40 баш йылҡыһы, тағы ла тана-торпоһо, быҙауҙары бар. Мал булғас, уға аҙыҡ та кәрәк – сәсеү эштәре, мал аҙығы әҙерләү өсөн етерлек техника ла туплаған йүнсел ғаилә.

Флүр Мырҙаханов теплица бизнесы серҙәренә төшөнөп, ҡыяр һәм башҡа төрлө йәшелсә үҫтерә. Рәйлә Байрамғолова улы Тимур менән малсылыҡ тармағына тотонған. Шәхси эшҡыуар Фирҙәүес Ишҡыуа­това ауылдаштарын көндәлек кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.

Күп балалы Мәһәҙиевтәр ҙә – ауылдың өлгөлө, татыу, егәрле ғаиләләренең береһе. Ғәлиә менән Айраттың мөхәббәтле ояһында биш бала үҫә. Ғәлимә үҙ донъяһын ҡорған, иптәше Айсар менән Айсилә исемле матур ҡыҙ үҫтерә. Эльвина тәрбиәсе һөнәрен һайлаған, Сибайҙа балалар баҡсаһында эшләй. Азат педагогия колледжын тамамлаған, ситтән тороп юридик факультетта уҡый, тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтырға ла өлгөргән. Зәлиә менән Азамат – мәктәп уҡыусылары. Бынан ике йыл элек Мәһәҙиевтәрҙең ишле ғаиләһе яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған ике яралы йәнде – ағалы-ҡустылы Алмас менән Айҙарҙы үҙ ҡосағына һыйындыра.

– Был етди аҙымды яһауға китапханала Айгиз Баймөхәмәтов менән үҙем ойошторған осрашыу сәбәпсе булды. Шунда Айгиз: “Балалар йортондағы һәр сабый ғаиләлә йәшәү, атай-әсәйле булыу тураһында хыяллана, күңелдә гел генә, мине берәйһе үҙенә алмаҫмы икән, тигән уй йөрөй”, – тип һөйләгәйне. Ошо һүҙҙәр ныҡ тетрәндерҙе, оҙаҡ уйландым. Ҡошсоҡтарымдың өсәүһе ҙурайып, тыуған йортонан сығып китте, етмәһә, мәктәптә балалар һаны кәмей. Иптәшем менән кәңәш төйнәнек тә ғариза яҙып һалдыҡ. Шулай итеп, беҙ тағы ике уллы булдыҡ, – тип һөйләй ҡыйыу ҙа, мәрхәмәтле лә аҙымдары хаҡында Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы.

Атай-әсәй наҙын татымаған, хатта яртышар йыллап урамда йәшәргә мәжбүр булған Алмас менән Айҙарҙы ғаилә тәрбиәһенә өйрәтеү еңелдән булмай. Уларҙың йөрәк яраларын уңалтыу, ҡатҡан күңелдәрен иретеү өсөн һөйөү ҙә, наҙ ҙа йәлләмәй Мәһәҙиевтәр. “Башта арҡаларынан һөйһәк тә, сәйер­һенеп, ситкә тайпыла инеләр. Ә хә­ҙер эштән ҡайтып инеү менән ҡосаҡлап ҡаршылайҙар, иркәләнеп туя алмайҙар, “әсәй-атай” тип өҙөлөп торалар”, – ти Ғәлиә.

Мәһәҙиевтәр күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, халыҡтан мал йыйып, ит һатып кәсеп итә. “Ҡошсолоҡ фермалары тәҡдим иткән махсус программаларҙа ҡатнашып, 200–300 баш ҡаҙ бәпкәһе, тауыҡ себеше үҫтереп һатабыҙ, ҡайһы бер йыл­дарҙа 500-гә еткергәнебеҙ бар”, – ти йүнсел хужалар. Күп балалы ғаиләләргә тәғәйен торлаҡ сертификатын юллап, балаларҙың киләсәге өсөн тип, Баймаҡтан – шәхси йорт, Сибайҙан фатир һатып алғандар.

Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы – китапхана эшен алып барыу менән бер рәттән әүҙем йәмәғәтсе, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән, әле “Ағинәйҙәр” клубы эшендә ҡайнай. Ерҙәштәренең тормошо йәмле, мәғәнәле булһын тип, төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Китапхана ҡарамағында “Әхирәттәр” исемле клуб, бәләкәй генә музей ойоштороп ебәргән, ауыл тарихына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә.

Мәһәҙиевтәр ял көндәрен матур итеп ойоштора белә: балалары менән бергәләп саңғы, сана шыуа, ауылда, районда үткәрелгән ярыш-конкурстарҙа теләп ҡатнаша. “Баланы тәрбиәгә алған иң яҡшы ғаилә-2018” район конкурсында “Татыу ғаилә” номинацияһында еңеү яула­ғандар. Шулай уҡ былтыр Ғаилә йылына арнап үткәрелгән “Ғаилә – бәхет биләмәһе” фотоһүрәттәр бәйгеһендә I дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар.
Бына шундай дан ғаиләләрҙең булыуы, уларҙың яҡты уй-хыялдары, матур эштәре, гөрләп торған донъялары ауылдарыбыҙ киләсәгенә ышанысты нығыта.


Вернуться назад